Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2022, 09:29

Тин һумды һаҡлаһын

  Күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе РФ Хөкүмәтенең 92-се ҡарарына ярашлы, норманан тыш, йәғни, артығы менән тотонолған ресурстар өсөн түләүҙең тулыһынса граждандарҙың үҙҙәренә йөкмәтеләсәге борсомай ҡалмағандыр.    

М

Норманан тыш сығымдар нимә һуң ул, ҡайҙан барлыҡҡа килә?

Белгестәр быны һыуыҡ һәм эҫе һыу, электр энергияһын тотоноп та, мәғлүмәтте дөрөҫ күрһәтмәүҙән барлыҡҡа килә, тигән фекерҙә. Фатирында иҫәпләү приборы урынлаштырмаған милексе коммуналь хеҙмәттәр өсөн бары тик нормативҡа ярашлы түләү индерә. Бер кеше теркәлеп тә, фатирҙы ҡуртымға алыусыларҙың һаны 3-4 кешенән артып китә, был осраҡта тотонолған һыу, электр энергияһы, газ өсөн түләү тап идарасы компания кеҫәһенән түләнде. Крандан тамсылаған һыу, һүндерелмәгән лампочка, газ мейесенең кәрәкмәгәнгә яныуы ла энергияны бушлай сарыф итеүгә һәм дөйөм йорт сығымдары суммаһын арттырыуға килтерә.

Беҙҙә әле һыуҙы юҡҡа сарыф итмәү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мәҙәниәте формалашып етмәгән. Бер сынаяҡ, ҡалаҡ йыуыу өсөн, беләһегеҙме нисә литр һыу ағыҙабыҙ? Белгестәр иҫәпләүенсә, литрҙан артыҡ. Иртән теш таҙартҡанда, кемдәр һыу кранын  ябып тора? Сит илдә бәләкәй һауыт менән кистән үк һыу әҙерләнә, был осраҡта Рәсәйҙәге һымаҡ кранды асып һыуҙы йылынғансы ағыҙыу кәрәкмәй ҙә. Кер йыуыу машинаһын яртылалаш әйләндереү, ванна тулғансы һыу тултырыу, төҙөк булмаған кран, унитаздарҙан тамсылаған һыу, төнө буйы бушҡа эшләгән телевизор, радио, һүндерелмәгән лампочка, - былар бөтәһе лә артыҡ сығым.

Балаларҙы бәләкәйҙән һаҡсыл булырға өйрәтеү- ғаиләлә баш алып, мәктәптә һәм артабан да дауам ителәсәк тормош талабы булырға тейеш.  Урамға сыҡҡанда фатирҙа утты һүндереү, подъезд ишеген ярым асыҡ ҡалдырмау, төҙөк булмаған кранды ваҡытында алмаштырыу, һыуҙы сәбәпһеҙ әрәм итмәү, йыл дауамында дауам итһен ине. Тиндең һумды һаҡлауын онотмайыҡ.

РФ 42-се ҡарарына ярашлы, күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте файҙаланған өсөн коммуналь түләүҙәр тәртибе билдәләнде. Тимәк, норманан тыш ҡулланған өсөн түләү хәҙер идара итеүсе компанияға түгел, ә милекселәргә йөкмәтелә.

Дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуға тотонолған коммуналь ресурстар күп фатирлы йортта йәшәгән барлыҡ милекселәргә ҡағыла:  дөйөм файҙаланыу урындарын (баҫҡыс майҙансыҡтары, подвал, сарҙаҡ) һәм йорт тирәһе биләмәһен яҡтыртыу; баҫҡыс майҙансыҡтарын һәм сүп үткәргестәрҙе йыуыу, газондарға һәм ҡойма буйҙарына һибеү өсөн һыу тотоноу; йылытыу миҙгеленә әҙерләнгәндә системаны һынап ҡарауға киткән һыу; батареяларҙы ремонтлағанда һыу түгеүгә йәки өҫтәүгә киткән сығым.

Дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләү суммаһы майҙанға ярашлы иҫәпләнә һәм был йортта теркәлгән кешеләр һанына ҡарамай. Бөтә сығымды милекселәр торлаҡ йәки торлаҡҡа ҡарамаған дөйөм майҙандан сығып түләйәсәк.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас