

Розалия исемле ҡыҙҙың инициативаһы буйынса, был акцияға гимназияның уҡыусылары ғына түгел, "Һуғыш балалары" ойошмаһы ла ҡушылды. Кемдер өйҙә бәйләп килтерһә, икенселәр Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала йыйылып балаларҙы ойоҡтар бәйләргә өйрәткән.
Ойоҡтар менән бергә тәмлекәстәр һалған, хаттар һәм шиғырҙар ҡушып ебәргән.
Изге ғәмәлгә Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам күрһәтергә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.