13 декабрҙә “Ғаилә именлеге - ил терәге” тигән музыкаль сара буласаҡ. Был кисәлә балалар сығыштары менән Эльвира Асҡарова, “Хазина” вокаль ансамбле, шулай уҡ 6 бала атаһы Азамат Туҡтамышев йыр-моң менән сығыш яһаясаҡ. Был конкурс сиктәрендә уҙғарылған сарала мәҙәниәт йорто ғына түгел, мәктәп, ауыл китапханаһы, ауыл ағинәйҙәр ойошмаһы әүҙем ҡатнашыр, еңеп сығырға маҡсат ҡуйырға тейеш.