Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2022, 09:53

Саңғың әҙерме?

Ҡаланың “Сәләмәтлек” саңғы базаһында йылдағыса миҙгелде асыуға арналған спорт байрамы үтте. Ул БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Радик Хамматов иҫтәлегенә арналды.

 

Ҡаланың “Сәләмәтлек” саңғы базаһында йылдағыса миҙгелде асыуға арналған спорт байрамы үтте. Ул БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Радик Хамматов иҫтәлегенә арналды.

Район-ҡала халҡын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү, үҫеп килеүсе быуынды спорттың ошо төрөнә ылыҡтырыумаҡсаты менән ойошторолған сара саңғы спортын һөйөүселәр күп булыуын дәлилләне.

Район хакимәтенең физик культура, спорт һәм туризм секторы мөдире Роберт Шакиров йыйылыусыларҙы ошо ваҡиға айҡанлы ҡотлап, саңғысылар өсөн бында яҡшы шарттар булдырылыуын, прокат хеҙмәте эшләүен, ял итеү, ҡайнар сәй эсеү мөмкинлеге булыуы тураһында әйтте.

Район мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡовтың сығышы ла сәләмәт тормош алып барыусыларға йылы теләктәрҙән башланды. Балалар баҡсаһы, мәктәп, уҡыу йорттарында спортттың был төрөнә иғтибар йылдан-йыл арта. Район саңғысыларының төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ла уңыштары шатландырырлыҡ. Алик Ғабделхәй улы, уның ғаилә ағзалары  Радик Әхийәр улы тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Ҡатнашыусыларҙың иң бәләкәсенә 7 йәш булһа, ете тиҫтәһен тултырғандар ҙа ҙур кинәнес менән саңғы юлына баҫты. Йәш категорияһы буйынса иң шәп тиҙлек күрһәткәндәргә Маҡтау ҡағыҙы, миҙал һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Саңғың әҙерме?
Саңғың әҙерме?
Саңғың әҙерме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас