Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Декабря 2022, 04:00

"Һөт кухня"һына 2023 йылда 600 млн һум аҡса бүленә

“Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы  “Һөт кухня"лары республикала 2019 йылда асылды

"Һөт кухня"һына 2023 йылда 600 млн һум аҡса бүленә"Һөт кухня"һына 2023 йылда 600 млн һум аҡса бүленә
"Һөт кухня"һына 2023 йылда 600 млн һум аҡса бүленә

2023 йылда Башҡортостан бюджетынан һөт кухняһын хеҙмәтләндереүгә һәм үҫтереүгә 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла, тип аңлата Хөкүмәт вице-премьеры — Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Игтисамова.

2022 йыл башынан Һөт кухняһы производство участкаларында 3450 тонна һөт эшкәртелгән. Унан 15 миллион порция әҙер продукция — һөт, эремсек һәм йогурт етештерелгән.

Видеояҙманы ҡарағыҙ — "Һөт кухняһы" предприятиеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров предприятие продукцияһы тураһында һөйләй https://vk.com/bewellforever?w=wall-142137490_38062

Башҡортостан бюджеты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт 2023 йылда махсус брифинг эфирында.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас