Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2022, 11:47

Сәләмәтлек нигеҙе - хәрәкәт

Скандинавса йөрөү – тән ауырлығын кәметеү, ҡан йөрөшөн яҡшыртыу, ҡан тамырҙарын таҙартыуҙың яҡшы ысулы. Бынан тыш ул йөрәк мускулдарына күнекмә яһай, хәл-торошто яҡшырта, йоҡо режимын яйландыра.

Сәләмәтлек нигеҙе - хәрәкәтСәләмәтлек нигеҙе - хәрәкәт
Сәләмәтлек нигеҙе - хәрәкәт

Скандинавса йөрөү – иң еңел һәм шул уҡ ваҡытта, иң файҙалы шөғөлдәрҙең береһе. Йәшлекте һәм хатта ғүмерҙе оҙайтыусы, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе спорт төрө. Таяҡтарға таянып атлағанда кешенең 90 процент мускулдары хәрәкәткә килә. Скандинавса йөрөү – тән ауырлығын кәметеү, ҡан йөрөшөн яҡшыртыу, ҡан тамырҙарын таҙартыуҙың яҡшы ысулы. Бынан тыш ул йөрәк мускулдарына күнекмә яһай, хәл-торошто яҡшырта, йоҡо режимын яйландыра.

Уҙған аҙна “Өмөт” клубының скандинавса йөрөргә яратыусылары Дан паркында ярышҡа йыйылды һәм “Йөрөүсе кеше - 2022” бөтә Рәсәй чемпионатына йомғаҡ яһалды. Физик культура һәм спорт буйынса сектор мөдире Роберт Шакиров спортсыларға уңыштар теләне, федераль кимәлдәге еңеүселәргә грамоталар тапшырҙы. Һуңынан клуб етәксеһе Геннадий Дементьев ярышҡа старт бирҙе. Скандинавсылар парк буйлап ҙур теләк менән үтте. Ярыш йомғағы буйынса иң яғшы тиҙ йөрөүселәр бүләкләнде.

Шулай уҡ ҡаланың Спорт һарайында ауыл спартакиадаһы иҫәбенә район ауыл биләмәләре иҫәбенән йөҙөүселәр ярышы уҙҙы. Йөҙөү һөҙөмтәләре буйынса Ергән (алтын), Воскресенка (көмөш) һәм Партизан (бронза) командалары иң яҡшылары булды.

Сәләмәтлек нигеҙе - хәрәкәт
Сәләмәтлек нигеҙе - хәрәкәт
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас