

Ышаныслы, компактлы, портатив – был "буржуйка" мейес хәрбиҙәрҙе палаткала һәм окопта йылытасаҡ. “Башҡортостан иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт производствоһы” һөнәри белем биреү учреждениеһы студенттары СВО-ла ҡатнашыусыларға һүҙ менән түгел, ә эш менән ярҙам итергә ҡарар итә.
Мейестәр металдан эшләнә, улар йылыһын яҡшы һаҡлай. Бындай "буржуйка" ярҙамында бүлмәне йылытып, ризыҡ бешерергә һәм кейемде киптерергә мөмкин.
СВО зонаһына уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың теләктәре һәм Яңы йыл менән ҡотлауҙар яҙылған хаттар-өсмөйөштәр ҙә барасаҡ.
Хәрбиҙәр араһында колледж тамамлаусылар ҙа бар бит.
Яңы йылға бер генә теләк бар – һәр кем еңеү менән тере һәм зыян күрмәй ҡайтһын.
фото: Башҡортостан гәзите