1-се гимназияның 2 “В” класы уҡыусыһы Самир Таймаҫов беҙҙең һорауға бына нимә тип яуап бирҙе:
- Бәләкәй булһам да, донъяла ниндәй хәл барғанын аңлайым. Иптәштәрем менән дә ошо хаҡта һөйләшәбеҙ. Тыуған йортонан йыраҡта булған Рәсәй һалдаттарына мин нисек ярҙам итә алам? Ошо турала уйлағандан һуң атай- әсәйем, өләсәйем биргән кеҫә аҡсаһын тотонмай йыйып, мобилизацияланғандарға тупланған гуманитар ярҙамға ҡушылдым. Был минең тарафтан бәләкәй генә еңеү, тип уйлайым. Өләсәйем дә ойоҡбаштар бәйләп, изгелек акцияһына үҙ өлөшөн индерә.
Илһөйәр малай уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнап йәшәй. Самирҙың сәнғәт мәктәбендә Тәлғәт Нуриев класында бөтә тырышлығын биреп ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүе лә маҡтауға лайыҡ.
Бына шундай миһырбанлы балаларға рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең?