Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2023, 07:27

Юғарыға ос, тубым!

Яңы йылда- волейбол буйынса турнир    

 Йыл башында Первомай ауылы спорт залына район мәктәптәренең волейбол командалары йыйылды. Оҙаҡ йылдар уҡыусыларға һәм үҙ тәрбиәселәренә спортҡа һөйөү, ихтирам, рухи сынығыу тәрбиәләүгә күп көс һалған Хамматов Радик Әхиәйәр улы иҫтәлегенә ойошторолған волейбол турниры спортсыларҙы сәләмләүҙән башланды. Яҡташтары, уның ғаилә ағзалары тренерҙы йылы һүҙ менән хәтерләне.

Район уҡыу йорттары,  спорт мәктәптәрендә волейбол уйыны киң таралған. Тәрбиәләнеүселәр республика кимәлендә ойошторолған турнирҙарҙа ла ҡатнаша.

Көсөргәнешле ярыш иң иңдәрҙе асыҡланы. Беренсе урынды хужалар - Первомай мәктәбе уҡыусылары командаһы, икенсе - Воскресенский, өсөнсө - Ергән мәктәбе командаһы яуланы.

Юғарыға ос, тубым!
Юғарыға ос, тубым!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас