

«Башҡортостандың беренсе президентына бик рәхмәтлебеҙ - беҙ был хаҡта һәр ваҡыт әйтәбеҙ. Ул бик ауыр ваҡытта беҙҙең республикала етәкселек итте. 1990-сы йылдар бик ҡатмарлы була. Ә уның эшмәкәрлеге, республика менән идара итеү һәләте Башҡортостандың бөгөнгө көндә ҡеүәтле сәнәғәт төбәге, Рәсәйҙәге терәк пункты булыуын билдәләне. Беҙҙең республика — төрлө халыҡтар һәм дин вәкилдәре татыулыҡта йәшәгән урын. Быға ул нигеҙ һалды", — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров шулай уҡ хәҙерге Башҡортостан, уның урамдары, ҡалалары, парктары Мортаза Рәхимов президентлыҡ иткән осорҙа төҙөкләндерелгәненә иғтибар итте. Республика Башлығы Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән 2022 йылдың 31 декабрендә үткән һуңғы осрашыуы тураһында ла һөйләне.
Мәғлүмәт: Башинформ