Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2023, 05:30

19 ғинуар - Керәшен байрамы

Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ махсус уйылған мәкегә сумығыҙ! 

19 ғинуар - Керәшен байрамы19 ғинуар - Керәшен байрамы
19 ғинуар - Керәшен байрамы

Боҙҙоң ҡалынлығы бер кеше өсөн генә 10 см-ҙан да кәм булырға тейеш түгел. Ә бер төркөм өсөн 25 сантиметр ҡаралған. Шулай уҡ мәкенең тәрәнлеге лә мөһим роль уйнай. Махсус әҙерләнгән мәкеләрҙә генә йоланы башҡарырға мөмкин. Ирекле рәүештә уйылған мәкеләр законһыҙ, тип иҫәпләнә. Һәр һыу инеү урынында ҡотҡарыусылар, полиция, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Ҡышын мәкегә сумыу сыныҡҡан кешеләргә генә хәүефле түгел. Шуға күрә табиптар кәңәшенә мотлаҡ иғтибар итеү зарур. Керәшен байрамында православ сиркәүҙәрҙә махсус доғалар ҡылынып, барлыҡ һыу сығанаҡтары изгеләндерелә. Һыу инеү рухты сафландырып, үҙеңдең физик мөмкинлегеңде лә һынап ҡарарға ярҙам итә. 

Руханиҙар ғына түгел, ә табиптар ҙа был мәлдә мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра. Һыу инеү йөрәк –ҡан тамырҙары сирҙәре, нерв системаһы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ҡәтғи тыйыла. Керәшен байрамы уңайынан байрам литургиялары, дини йолаларҙы үтәү алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Тик байрам осоро менән православ христиан дине вәкилдәре ғәҙәти тормош билдәләре – кешелеклек, бер-береңә ихтирам һәм иғтибар тураһында онотмаҫҡа саҡыра.

Фото архивтан

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас