Яңылыҡтар
17 Января 2023, 03:43

2023 йылдың тәүге эш аҙнаһына 6 меңдән ашыу мөрәжәғәтен теркәгән

2023 йылдың 9 ғинуарынан 15 ғинуарына тиклем Башҡортостан Республикаһы Контроль үҙәгенең «Инциденттар менән идара итеү» мәғлүмәт системалары һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» кире бәйләнеш платформаһында бөтәһе 6123 мөрәжәғәт. Был хаҡта республика башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте

Добавить в предпочтительные источники Google
2023 йылдың тәүге эш аҙнаһына 6 меңдән ашыу мөрәжәғәтен теркәгән2023 йылдың тәүге эш аҙнаһына 6 меңдән ашыу мөрәжәғәтен теркәгән
2023 йылдың тәүге эш аҙнаһына 6 меңдән ашыу мөрәжәғәтен теркәгән

 

Комментарийҙарҙың күбеһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр темаһына (1232). Кешеләрҙе йылытыу сифаты (309), коммуналь түләүҙәр (98), шулай уҡ электр энергияһы етмәү борсой (94).

Электр энергияһын һүндереү мәсьәләләрен айырым анализлағандар. Һуңғы аҙнала был темаға мөрәжәғәттәрҙең күбеһе Иглин районынан (66), Өфө (36) һәм Өфө районынан (25) килгән.

Радий Хәбиров Өфөлә һәм республика райондарында электр энергияһын һүндереү мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эш барышы тураһында халыҡҡа брифинг ойошторорға һәм хәбәр итергә ҡушты.

Мәғлүмәттәр буйынса, юлдар темаһына мөрәжәғәттәр аҙыраҡ — 808 хәбәр бар. Был көслө ҡар яуыу осоро үтеүе, республика тораҡ пункттарында юлдарҙың таҙартылыуы һәм ҡар яуыуы менән аңлатыла.

9 ғинуарҙан 15 ғинуарға тиклем социаль селтәрҙәрҙә йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәр һаны буйынса тәүге 5 темаға шулай уҡ төҙөкләндереү (796), йәмәғәт транспорты (573) һәм социаль хеҙмәттәр (435) ингән.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас