Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2023, 05:44

«Башавтотранс» компанияһының 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды

16 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән "Транспорт сәғәте"ндә  "Башавтотранс" эше һөҙөмтәләре тикшерелде

«Башавтотранс» компанияһының 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды«Башавтотранс» компанияһының 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды
«Башавтотранс» компанияһының 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды

"Башавтотранс"тың генераль директоры Надир Самиев белдереүенсә, 2022 йылда хәрәкәт күләме 14 процентҡа артҡан һәм 120 миллион пассажир тәшкил иткән (шуларҙың 58 миллионы — «Алға» Транспорт картаһы менән). Транспорт реформаһы башланған 2018 йыл менән сағыштырғанда хәрәкәт күләме 26 миллион пассажирға артҡан.

«Пассажирҙарҙы тулы һәм сифатлы хеҙмәтләндереү, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, «Башавтотранс» маршруттарҙы яңыртты, хәрәкәт интервалын ҡыҫҡартты, линияла автобустарҙың расписаниеһын арттырҙы», — тип белдерҙе предприятие етәксеһе.

Башавтотранс хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бирә. 2022 йылда компания 1500-ҙән ашыу рейс башҡарҙы, дүрт гуманитар автоколонна тапшырҙы һәм Луганск Халыҡ Республикаһына төрлө класлы 20 автобус тапшырҙы.

2023 йылда ташыусы автобус паркын яңыртыуҙы дауам итергә ниәтләй. 1 июнгә «Башавтотранс» туристик класлы 20-гә яҡын яңы автомобиль һатып аласаҡ.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас