Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2023, 04:50

Телһөйәрҙәр көс һынашты

  Мәләүез районы уҡыусылары Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призлы урын алды

Телһөйәрҙәр көс һынаштыТелһөйәрҙәр көс һынашты
Телһөйәрҙәр көс һынашты

 

Утыҙ алтынсы тапҡыр үткәрелгән конкусты Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары менән берлектә ойошторҙо. Иң-иңдәрҙе арҙаҡлы ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр баһаланы.

Йомғаҡлау этабы Өфөлә 12-13 ғинуарҙа өс турҙа үтте. Беренсе телдән яуап биреү туры ситтән тороп онлайн форматта үтте, унда 1-се һәм 2-се йүнәлештәрҙә ҡатнашыусылар төрлө тема һорауҙарына яуап бирҙе, ә 3-сө йүнәлештә ҡатнашыусылар жюри ағзалары менән диалогта ҡатнашты. Олимпиаданың йомғаҡлау этабына иң күп мәрәй йыйған уҡыусылар саҡырылды. Был этапта ҡатнашыусылар викторина, тест һәм текст өҫтөндә эшләне. Олимпиадала барыһы ла яҡшы сығыш яһаны.

Нөгөш урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары Анастасия Иванцова һәм Алина Ғәбдрәшитова еңеүсе булды (уҡытыусыһы  Ғәббәсова Рәсимә Миңлехәйҙәр ҡыҙы).3-сө гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы Эльза Үмәрғәлина (уҡытыусыһы  Хөсәйенова Гөлфиә Валерий ҡыҙы) һәм 8-се урта мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Алтынай Ҡыуандыҡова (уҡытыусыһы: Рәхмәтуллина Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы) призер исемен яуланы.

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабында лайыҡлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фото мәғариф идаралығы архивынан.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас