Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2023, 11:33

Эшсе ҡулдар ҙа, теләк тә бар!

Көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләү яҡшы

Эшсе ҡулдар ҙа, теләк тә бар!Эшсе ҡулдар ҙа, теләк тә бар!
Эшсе ҡулдар ҙа, теләк тә бар!

Бельский ауылы фельдшер акушерлыҡ пунктын кәртәләү кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр күптән бара ине. Ә көҙгөһөн урындағы халыҡ йыйылып, үҙҙәре ҡуйырға ҡарар итте. Ауыл старостаһы Владимир Лизунов яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡмай һәм яңы ҡойма төҙөү идеяһы инициатив төркөмдө берләштерә. Ауыл халҡына шулай уҡ Первомай ауыл советы башлығы Олег Субботин һәм шәхси эшҡыуар, "Березка" магазины хужаһы Айрат Абдулов ярҙам итә. Шулай итеп, улар бергәләп ФАП өсөн яңы ҡойма төҙөнө.

Берҙәм булғанда күп мәсьәләне хәл итергә мөмкин, Бельский ауылы халҡы быны иҫбатланы. Ҙур теләк менән башлаһаң, ниәтең изге булһа, башҡалар ҙа һинең артыңдан эйәрәсәк, ярҙам итергә теләге буласаҡ.

Мәләүез үҙәк район дауаханыһы етәкселеге битараф булмаған Бельский ауылы старостаһы В. Ф. Лизуновҡа, Первомай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы О. В. Субботинға, шәхси эшҡыуар А. Абдуловҡа, ашнаҡсы Р. М. Ярышеваға һәм  Л. Т. Аҫылбаеваға, иретеп йәбештереүсе А. П. Сигаевҡа һәм ауыл халҡына оло рәхмәтен белдерҙе.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фото Мәләүез үҙәк район дауаханаһы архивынан.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас