Был һүҙҙәр менән күптәр килешер. Мәләүездә бар күңелен кескәйҙәргә, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусы һәм тәрбиәселәр күп. Уларҙың һәр береһе маҡтауға, оло хөрмәткә лайыҡ. Ниндәй заманда ғына йәшәһәк тә бала бала булып ҡала. Шуҡтары, шаяндары, тиктормаҫтары, үтә иплеләре бар, уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Холоҡ-ҡылыҡтарына, милләтенә, социаль хәленә айырып ҡарамай, бәләкәстәрҙе ысын күңелдән яратып, һәр балаға шәхес итеп ҡарау педагогҡа бик мөһим. Уларҙа буласаҡ ата-әсәләрҙе, илдең, донъяның киләсәген күреү кәрәк. Тап шундай тәрбиәселәр эләй беҙҙең балалар баҡсаларында.
Гөлфиә Кашәпова - ун биш йыл 7-се “Кристаллик” балалар баҡсаһында музыкаль етәксе. 2021 йылда «Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән ойошманың иң яҡшы уҡытыусыһы» муниципаль конкурсының II дәрәжә призёры булды. 2022 йылда «Мәғариф ойошмаһының иң яҡшы белгесе» номинацияһында X Бөтә Рәсәй тәрбиәселәре конкурсының төбәк этабында ҡатнашты. Үҙ сығышында мәктәпкәсә йәштәге балалар оркестрын ойоштороуҙа инновацион технологиялар ҡулланыуҙы тәҡдим итеп, өсөнсө урын яуланы. Уның педагогик кредоһы - «Балаларға музыка менән аралашыу шатлығын биреү».
Светлана Шакирова тәрбиәсе, 2018 йылдан алып 19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһында эшләй. Ошо арала төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була. Ул - «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы уҡытыусыһы - 2021» муниципаль конкурсы лауреаты. 2022 йылда «Рәсәй тәрбиәсеһе» Х Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы тәрбиәсе - белем биреү ойошмаһы профессионалы. Инклюзив белем биреү» номинацияһында өсөнсө урын яулай. Был сарала Светлана йәнһүрәттәр эшләүҙә инновацион тәжрибә менән уртаҡлашты. “Балаға һөйөүе булмаған уҡытыусы тауышһыҙ йырсы, ишетмәгән музыкант, төҫ айырмаған рәссам кеүек. Бөтә бөйөк уҡытыусыларҙың да шатлыҡ мәктәбе булдырыу тураһында хыялланғанда, балаларҙы сикһеҙ яратыу – уның нигеҙе “, – ти ул үҙ эше тураһында һөйләгәндә.
“Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге бирелһә, уйлап та тормай тәрбиәсе һөнәрен һайлар инем”, - ти улар. Гонаһһыҙ күҙҙәре менән киләсәккә төбәлгән, ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ, шаян, күпте белергә теләгән балалар менән эшләгәнгә был педагогтар бик бәхетле.
Гөлназ САЛАУАТОВА.
Фото архивтан.