Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2023, 08:00

2022 йылда Башҡортостандың 39 инвестиция проектына дәүләт ярҙамы раҫланды

Башҡортостан Республикаһында инвесторҙарҙың бөтә категориялары өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Төбәк бөтә процедураларҙың асыҡлығын тәьмин итергә һәм инвесторҙарға айырым преференциялар биреп, мөмкин булған хәүефтәрҙе кәметергә тырыша

2022 йылда Башҡортостандың 39 инвестиция проектына дәүләт ярҙамы раҫланды
2022 йылда Башҡортостандың 39 инвестиция проектына дәүләт ярҙамы раҫланды

— Килеп сыҡҡан иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, инвестиция проекттарын ҡарау буйынса даими тәҡдимдәр бар, ә бөтөнләй башҡа өлкәләрҙә: юл буйындағы хеҙмәтләндереү объекттарын һәм туристик комплекстарҙы булдырыуҙан алып күләмле сәнәғәт производствоһын ойоштороуға тиклем. Бөгөнгө көнгә тиклем шуны билдәләү ҙә етә, Инвестициялар күләме 771,2 млрд һумдан ашыу булған һәм 32 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған 288 проектҡа өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусы бирелгән, тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: