Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 09:12

Гөрләп йәшәй смаҡтар

Уҙған йыл Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫ йылы исеме менән уҙҙы. Төрлө милләт вәкилдәренең йолаларын, боронғо кәсептәрен  тергеҙеү, сәнғәтен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән  хөкүмәт тарафынан бик ваҡытлы ҡабул ителгән ҡарар үҙ маҡсатына иреште. Ниндәй генә тормош һынауы булмаһын,  тормошто мәҙәниәт һәм сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ауырлыҡты күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, алға ҡарап, илһам сығанағы табып ҡына еңергә мөмкин.

 

Халыҡ телендә Тамъян тип йөрөтөлгән Смаҡ ауылы халҡы өсөн уҙған  йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай  булды.  Данлы башҡорт ырыуы Тамъян һәм күренекле шәхес Смаҡ Ҡасаев исемдәрен йөрөткән тораҡ пункт - райондың иң танылған ауылдарының береһе. Тәбиғәте, тарихы,  күренекле шәхестәре менән генә  түгел,  уңған, талантлы, алдынғы ҡарашлы халҡы менән дә билдәле. Бөтә эште  кәңәшләшеп, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Райондағы күләмле сараларҙың  тап ошонда уҙыуы ла шул хаҡта һөйләй. Августа үткән ”Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойоштороу йәһәтенән хайран итте. Быуындар күсәгилешен, үткән менән бөгөнгө араһындағы рухи күперҙең ныҡлығын күрһәтте ул.  Был сараға ауыл халҡы менән бергәләп әҙерләнеү, бер кемдең дә ситтә ҡалмауы - оло маҡтауға лайыҡ. Изге башланғыстар, яңы идеялар тап ошонда тыуа һәм дауам итә.  “Ауылдың Почетлы гражданины”, “Ауылым патриоты”, "Ауыл ғорурлығы” - номинациялары ололарға ихтирам, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләһә, “Ауылдың өлгөлө урамы”, “Өлгөлө йорт”  хужалары ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай.  Әлбиттә, бындай саралар бер көндә әҙерләнмәй, эҙләнеү, сценарий төҙөү, халыҡ менән аралашыуҙы талап итә. Смаҡтарға ым да етә, бына тигән күләмле байрам ойоштора тигәндәре менән ризалашмау мөмкин түгел. Йыл йомғағы буйынса “Сатурн” телерадиокомпанияһы ойошторған “Йылдың маҡтауға лайыҡ ауыл байрамы”  район конкурсында беренсе урын алды. Башҡорт телендә сыҡҡан “Көнгәк”  гәзитенә 2023 йылға яҙылыу компанияһында  ла биләмә халҡы  йылдағыса беренсе.

Ауыл мәҙәниәт йортонан кеше өҙөлмәй - матурлыҡҡа, сәнғәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләү ошонан баш ала. “Нөгөш ынйылары” өлгөлө балалар һәм “Мәләүез ынйылары” башҡорт халыҡ  фольклор төркөмдәре (етәксеһе БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Г.И. Хисаметдинова) район-ҡала күләмендә генә түгел, республикала 2022 йылда уҙған “Ағиҙел ынйылары” (Салауат ҡалаһы), “Торатау аманаты” (Ишембай ҡалаһы), “ Халыҡ уйындары” (Күгәрсен районы Мораҡ ауылы) фольклор фестивалдарында беренсе  урындар яуланы.

Мәҙәниәт йортонда онотола барған халыҡ кәсептәре - балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙеү, эшләү, йәш быуынға тапшырыу һәм өйрәнеү  түңәрәктәре эшләй. "Сулпылар" балалар бейеү коллективы (етәкселәре Н.С. Сукбаева) төрлө кимәлдәге конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, сәхнә йондоҙҙарына әүерелде, мәҙәниәт йылына арналған фестивалда еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Хазина” вокал, “Йәнгүзәл” бейеү төркөмдәре лә бик уңышлы эшләй.  Район күләмендәге “Башҡорт мәҙәниәте байрамы” тап ошо мәҙәниәт усағында  уҙыуы ла  мәртәбә өҫтәй. Ноябрҙә район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошторған беренсе Тамъян ырыуы йыйыны ла Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Уның делегаттарына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, Динис Бүләков музейына, бай экспонат тупланған тыуған яҡты өйрәнеү кабинетына экскурсиянан ҡунаҡтар ҡәнәғәт ҡалды. Милли аш-һыу, халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе ауыл һөнәрселәре эштәре күргәҙмәләре, ауыл һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән бай  концерт программалары ла оҡшаны.

 "Әминә” ағинәйҙәр ойошмаһы ҙур эш алып бара. “Сәғирә” мәсетендә балаларҙы һәм ололарҙы уҡытыу, дини байрамдарҙы үткәреү, милли йолаларҙы тергеҙеү, төрлө хәйриә акцияларын ойоштороу, балалар өсөн милли ризыҡтарға арналған байрамдар уҙҙы. Байрамдарҙа сәхнәнән сығыштар яһайҙар, йыр-бейеүгә лә маһирҙар. Ноябрҙә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында “Сабый бишеген ҡотлау”ҙы йолаһын күрһәтте. Әйткәндәй, ауылда демография үҫеше күҙәтелә.   Район - ҡала ағинәйҙәр ойошмаһының семинары ла Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Оло быуын вәкилдәре менән йәштәр араһында бәйләнеш һаҡлана. Тормош тәжрибәһе туплағандар йәш ғаиләләр менән аңлатыу эше алып бара, ғаилә ҡиммәттәрен өйрәтә, һабаҡ бирә.

2022 йылда Смаҡтарҙың "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға ҡарар итеүе лә ошо ауылдың уңған, талантлы, әүҙем халҡын, данлы тарихын, күренекле шәхестәрен, башҡарған эштәренең һөҙөмтәһен, ауырлыҡтарға ҡарамай алға ынтылып, дәртләнеп йәшәүен күрһәтергә теләүгә бәйле. Конкурстың муниципаль этабында еңеү - бергә башҡарылған эш һөҙөмтәһе.  Арҙаҡлы шәхестәр үҫтергән Смаҡ ауылы халҡы атай-олатайҙар рухына тап төшөрмәй, һайлаған юлы менән бара.

Гөрләп йәшәй смаҡтар
Гөрләп йәшәй смаҡтар
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас