

14 февралдә Бөтә Рәсәй «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса диктант» акцияһы башланды. Акцияның инициаторы булып «Берҙәм Рәсәй» партияһы тора. «Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ буйынса диктант» — интерактив тест, ул 2023 йылдың 14 февраленән 14 апреленә тиклем онлайн форматта үтәсәк. Сараның маҡсаты — күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең хоҡуҡи грамоталылығын арттырыу. Унда һәр гражданин «Школа ЖКХ» порталында ҡатнаша ала.
Һәр тест 30 һорауҙан тора, үтеү өсөн ярты сәғәт ваҡыт бирелә. Күп фатирлы йорт менән идара итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү, был өлкәлә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре тураһында һорауҙар бирелгән. Уңышлы үткән тест һөҙөмтәләре буйынса (30-ҙан 25 дөрөҫ яуап), ҡатнашыусы электрон таныҡлыҡ ала.