Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Март 2023, 05:40

Башҡортостан өсөн үткән йыл көс һынауы булды

Иҡтисадт санкциялар ысынбарлығына үҙгәрҙе. Социаль ярҙам системаһы камиллашты. Граждандар йәшәү кимәлен күтәреү, республиканың төп үҫеш маҡсаттарына өлгәште

Башҡортостан өсөн үткән йыл көс һынауы булдыБашҡортостан өсөн үткән йыл көс һынауы булды
Башҡортостан өсөн үткән йыл көс һынауы булды

- Беҙ дуҫ булмаған дәүләттәрҙең санкция баҫымына системалы һәм яраштырылған эш менән ҡаршы торҙоҡ. Хатта коронавирус пандемияһы осоро менән сағыштырғанда ла идаралыҡ ҡарарҙарын әҙерләү тиҙлеге һәм сифаты артҡан. Әлбиттә, эште бындай үҙгәртеп ҡороу закондар сығарыу процестарын тиҙләтеүҙе талап итте. Депутат корпусына закондарҙы оператив ҡарағаны һәм ҡабул иткәне өсөн рәхмәтемде белдерәм. Был көрсөк күренештәрен иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә нейтралләштерергә, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен төп тармаҡтарҙа — сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм төҙөлөштә үҫеү менән тәьмин иттек. Беҙ ике төп бурысты — иҡтисадты үҫтереүҙе һәм республикала йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы хәл итеү өсөн барлыҡ эске резервтарҙы берләштереүгә өлгәштек, - тине үҙ сығышында Андрей Назаров.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген һәм сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эш алып барылды. Был тармаҡты үҫтереүгә 104 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Һуңғы өс йылда 11 эре медицина учреждениеһы төҙөлгән. Улар араһында 4 йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бар. Пандемия осоронда беҙҙең ихтыяжды бөтөнләй яптылар. 43 меңдән ашыу кеше дауаланған. Был ҡоро статистика артында конкрет кешеләр тора, реаль кеше ғүмерен ҡотҡарған. Һөҙөмтәлә былтыр республикала коронавирустан үлеү осраҡтары ни бары 0,4 % тәшкил иткән. Был Рәсәйҙең уртаса күрһәткестәренән күпкә түбәнерәк.

Хөкүмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе — халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү. Был маҡсатта 51 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Башҡортостан — Рәсәйҙең алдынғы спорт төбәктәренең береһе. Был тармаҡты финанслауға 2022 йылда 7 миллиард һум аҡса бүленгән.

- Былтыр уңайлы йәшәү мөхитен тәьмин итеүгә айырым баҫым яһаныҡ. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә 28 миллиард һум самаһы бюджет аҡсаһы һалынған. Был һуңғы ун йыллыҡтағы максималь сумма - тип үҙ сығышында хөкүмәт рәйесе хәбәр итте .

 

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас