Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Апрель 2023, 06:57

Урамдар яҡлыраҡ була

2023 йылда  яҡтыртыу системаһын камиллаштырыуға айырым иғтибар бүленә. Тәүҙә социаль инфраструктура объекттары хаҡында бара

Урамдар яҡлыраҡ булаУрамдар яҡлыраҡ була
Урамдар яҡлыраҡ була

– Быйыл торлаҡ-коммуналь комплексында беҙҙең алдыбыҙҙа бер нисә бурыс тора. Республика Башлығы исеменән тораҡ пункттарҙың асыҡ һауала яҡтыртыу системаларын камиллаштырыу программаһын тергеҙәбеҙ. Бюджетта 200 миллион һум ҡаралған да инде. 2,7 меңдән ашыу терәк һәм лампа ҡуябыҙ. Тәү ҡарашҡа төп социаль объекттарға яҡынлашыуҙы айырып күрһәтербеҙ. Ике йылдан 435 километр селтәрҙәрҙе алмаштырабыҙ. Был маҡсатта 6 миллиард һум самаһы аҡса ҡаралған, — тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр министрлығы саралар исемлеген төҙөнө, уға ярашлы 2023-2024 йылдарҙа 435 км селтәрҙәрҙе капиталь ремонтлау планлаштырыла. Планға 91 сара ингән. Дөйөм алғанда, программаны артабанғы йылдарҙа тормошҡа ашырыу йылына кәмендә 280 км коммуналь инфраструктура селтәрҙәрен үҙгәртергә мөмкинлек бирәсәк.

 

https://pravitelstvorb.ru/news/20589

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас