Социаль контракт 6-12 айға төҙөлә һәм түләүҙәрҙе йә бушлай хеҙмәттәрҙе күҙ уңында тота. Ниндәй дәүләт ярҙамы тәғәйенләнәсәге һәр осраҡта шәхсән әҙерләнгән адаптация программаһына бәйле.
Мәҫәлән, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән ике бала тәрбиәләйһегеҙ. Һуңғы өс айҙа ғаиләнең дөйөм килеме 110 мең һум тәшкил иткән.

(13 789 һум х 2 + 12 271 һум х 2) / 4 кеше. = айына 13 030 һум.
Әйткәндәй, балалар өсөн йәшәү минимумы эшкә һәләтле халыҡтыҡынан айырыла.

110 мең һум / 3 ай / 4 кеше = 9 166 һум.


- Үҙеңдең эшеңде асыуға - 350 мең һумға тиклем
- шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә - 200 мең һумға тиклем
- ауыр тормош хәлен яйға һалыуға - ай һайын 13 789 һум (максималь түләүҙәр ваҡыты - 6 ай)
- эш табыуға - контракт төҙөгән осраҡта 13 789 һум, артабан эшкә урынлашҡас - шундай уҡ күләмдә тағы 3 түләү.
Бынан тыш, социаль контракт сиктәрендә ҡайтанан уҡыуға 30 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.
Социаль ярҙам шарттары һәм уны тәғәйенләү тәртибе тураһындағы мәғлүмәт БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең рәсми сайттарында бирелгән.
Шулай уҡ программала ҡатнашыу шарттары буйынса аңлатмаларҙы йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, мәшғүллек үҙәктәрендә, “Ғаилә” үҙәктәрендә, шулай уҡ Күп фукнкциялы үҙәктә алырға мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан