«БашРегионСпас» төркөмө ирекмәндәре «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә хәбәр итеүенсә, бер нисә ай элек юғалған 17 йәшлек егетте эҙләү фажиғәле тамамланған. Уны үле килеш тапҡандар.
«Табылған. Үлгән. Яңы Балаҡатай ауылы, Балаҡатай районы. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тип хәбәр итте ирекмәндәр.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл 31 майҙа Силәбе өлкәһендә йәшәгән ханым полицияға улын табыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 майҙа егет Юлдаш ауылындағы өләсәһенән Яңы Балаҡатай ауылына имтихан бирергә киткән. Ләкин имтиханға бармаған. Шул көндө уҡ бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған.
Егетте эҙләүҙә полицияға ирекмәндәр, урындағы халыҡ, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм Балаҡатай казачествоһы вәкилдәре ярҙам күрһәткән.
Тулыраҡ мәғлүмәт бына нимә тураһында һөйләй.
Яҙ көнө Тимур өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән. Өләсәһенән Яңы Балаҡатай СПТУ-һына имтиханға барырға тейеш булған, ләкин автобусҡа һуңлаған.
Туғандары һүҙҙәренсә, 17 йәшлек курсташ ҡыҙы менән бер машинала барырға тип һөйләшкәндәр. Ҡыҙҙың 39 йәшлек танышы Илдар йәштәрҙе илтеп ҡуйырға ризалашҡан.
Тимур беҙгә килде, мин кейенгән арала Илдар менән сығып китте лә юғалды, тип һөйләгән ҡыҙ эҙәрмәндәргә.
Илдарға ҡарата шик тыуған, ахырҙа ул студент егеткә ныҡ итеп һуҡҡанын әйткән. Уның үлгәнен аңлағас, мәйетте йәшереп ҡуйған һәм биш ай үткәс кенә ағасҡа аҫып киткән. Хәҙер Илдар СИЗО-ла ултыра.