Туризмды популярлаштырыу менән шөғөлләнде. 2022 йылда уның командаһы «Башҡортостан йөрәгенә инклюзив тур» һәм «Мин башҡорт телен өйрәнәм» проекттары менән Башҡортостан Башлығының Гранттар фондында еңеү яуланы.
Илдар Рәшит улының ҡатыны Венера менән бергә Ростуризм гранты ярҙамында асҡан «Бишбармаҡ» милли аш-һыу оҫтаханаһы өфөләрҙең яратҡан урынына әүерелде.