Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль , 12:32

Андрей Мигуновтың иҫтәлеген мәңгеләштерҙеләр

1 июлдә Ғафури районы Красноусол ауылында Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың бюсын асыу тантанаһы үтте.

Андрей Мигуновтың иҫтәлеген мәңгеләштерҙеләр
Андрей Мигуновтың иҫтәлеген мәңгеләштерҙеләр

Хәрби хәрәкәттәр ветераны һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Андрей Павлович Мигунов өлкән йәштә үҙ теләге менән МХО-ға юллана һәм «Башҡортостан» полкының танк батальоны командиры була. Бер алышта яуланған позицияларҙы яҡлаған бронетөркөмдө шәхсән етәкләп, офицер батырҙарса һәләк була.

Бюсты асыу тантанаһына күп кенә элекке хеҙмәттәштәре, шул иҫәптән «Башҡортостан» полкының 20 яугире килде. Улар батыр командирҙары тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Андрей Павловичтың позывнойы “Скиф” булһа ла, шәхси состав араһында уны ҙур хөрмәт менән “Батя” тип йөрөтәләр.

Бюст Геройҙар аллеяһында ҡуйылды, ә Андрей Мигунов күп йылдар эшләгән хәрби комиссариат бинаһы стенаһында уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Андрей Мигунов Мәләүез районының Һарыш ауылында тыуған. Бында уның бала сағы һәм үҫмер йылдары үтә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Камышин юғары хәрби төҙөлөш команда училищеһына уҡырға инә. 1985-1987 йылдарҙа Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан, 2024 йылдың 8 майында, Геройҙың тыуған Һарыш мәктәбендә лә мемориаль таҡтаташ асылды. Геройыбыҙ тураһында иҫтәлек йәшәй, тимәк, уның батырлығы ла тыуған, эшләгән ерҙәрендә онотолмаясаҡ.

Лия ҒӘЛИНА.

Фото Ғафури районы хакимиәте архивынан.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: