Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 13:09

Баш ҡала ҡунаҡтары башҡортса рәхмәт әйтте

  «Бала саҡты ҡайтарыу» фестиваленә 14 төбәктән 500 бала йыйылды, бында улар республикабыҙ менән яҡыныраҡ таныша алды. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән сабыйҙар өсөн бай йөкмәткеле программаны фестиваль ойоштороусылары төҙөгән.

Баш ҡала ҡунаҡтары башҡортса рәхмәт әйттеБаш ҡала ҡунаҡтары башҡортса рәхмәт әйтте
Баш ҡала ҡунаҡтары башҡортса рәхмәт әйтте

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының Ял ойоштороу үҙәгендә милли атрибутика етештереү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Балалар  башҡорт халҡының милли кейем тегеү үҙенсәлектәре менән танышты һәм үҙ ҡулдары менән бәләкәй түшелдерек яһарға өйрәнә алды. «Мин үҙем теккән түшелдеректе Лизаға бүләк итәм. Беҙ уның менән – игеҙәктәр. Үәт, ҡыуаныр!» – ти Һарытау өлкәһенән Егор Коноплянников. Сәйлән теҙгән Тамара Киреева үҙе Ырымбур өлкәһенән . «Башҡорт милли кейемдәре бик матур! Мин үҙем ҡул эштәре менән шөғөлләнәм. Беҙҙең балалар йортонда ла «Оҫта ҡулдар» түңәрәге бар. Унда шөғөлләнеү күңелгә тыныслыҡ бирә», – ти ҡыҙ.

Пенза өлкәһенән Матвей Рубанов сираттағы сараға барырға йыйына, был малай концертта йырлай. «Сувенир түшелдерек эшләгән арала мин бер нисә башҡорт һүҙен өйрәнеп өлгөрҙөм. Оҫталыҡ дәресе лә бик оҡшаны», – ти малай. Унан һуң, ихлас йылмайып: «Ҙур рәхмәт!» тип әйтте.

 

Баш ҡала ҡунаҡтары башҡортса рәхмәт әйтте
Баш ҡала ҡунаҡтары башҡортса рәхмәт әйтте
Баш ҡала ҡунаҡтары башҡортса рәхмәт әйтте
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас