Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 13:44

Республика өсөн яңы бит асылды!

  Форумды республиканың иң билдәле оҫталарының, һөнәрселәренең ҡул эштәре биҙәне.

Республика өсөн яңы бит асылды!Республика өсөн яңы бит асылды!
Республика өсөн яңы бит асылды!

17-19 сентябрь Өфөлә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ижади һәм фәнни интеллигенцияһының XVII форумы бара. Был сарала  гуманитар эш итеү өлкәһендәге мәсьәләләре тикшерелә.

Бында республиканың иң күренекле оҫталары, һөнәрселәре ҡул эштәре менән килгән. Шуларҙың береһе, милли орнаментлы көнкүреш кейемдәре етештергән, бренд булдырыусы Әлфиә Хамматова:

- Бөгөнгө форумда ҡатнаша алғанға бик шат. Бында төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға үҙебеҙҙең ҡул эштәребеҙҙе күрһәтәбеҙ, шул саҡта тәжрибә менән дә уртаҡлашабыҙ. Үҙебеҙҙең мәҙәниәтте, кейемдәрҙең оҡшаш булыуы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Был сарала халыҡтарҙың берҙәмлеге, үҙ-ара мөнәсәбәте, берҙәмлеге күренә, – ти Әлфиә.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас