— Бөгөн — карьера буйынса етәкселек көнө. Үҫмерҙәр ҙур производство майҙансыҡтарына, юғары уҡыу йорттарының ғилми лабораторияларына барҙы, колледждарҙа практик дәрестәргә йөрөй, телевидениела публицистик оҫталыҡҡа өйрәнә. Унда уларға экскурсиялар булдырылған, һөнәр һайлағанда файҙалы булырлыҡ бөтә нәмә күрһәтелә. Проекттың төп маҡсаты — балаларҙың һәр береһе үҙ потенциалын асып, тормош юлын таба алһын өсөн төрлө өлкәләрҙә үҙ фекерен белдерә алырлыҡ берҙәм арауыҡта берләштереү, — тине оҙатып барыусы Зөлфия Бикташева.