Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2024, 01:07

Шөкөрлө булайыҡ

Аҡыллы кеше үҙенә яҙған матди һәм рухи байлыҡтың ҡайҙан килгәнен һәм барыһының да беҙгә ваҡытлыса бүләк икәнен аңлай. Шөкөрлө булыу – изге ғәмәлдәребеҙ, телебеҙ менән рәхмәтле булыу.

Шөкөрлө булайыҡШөкөрлө булайыҡ
Шөкөрлө булайыҡ

Ул биргән һаулыҡҡа, ризыҡҡа, ғилемгә һәм башҡа ниғмәттәргә, сикһеҙ бәрәкәткә йөрәк һәм тел менән күп шөкөрҙәр әйтеү лазым. Ибраһим сүрәһендә: «Бына Раббығыҙ: «Әгәр шөкөр ҡылһағыҙ, Мин һеҙгә арттырырмын, әгәр ҡәҙерен белмәһәгеҙ... Ысынлап та, минең ғазабым көслө!» – тип хәбәр итте (14:7)».

Ҡайғы-хәсрәтте лә сабыр үткәрә белеү мөһим, шул ваҡытта Аллаһ беҙҙең гонаһтарҙы ярлыҡай, түҙгән өсөн күп әжер-сауаптарын яҙа. Дин тарихынан хәтерләүебеҙсә, Яҡуп пәйғәмбәр улы Йософто юғалтҡас, бик күп йылдарын һағышта үткәрә, илай торғас, хатта күҙҙәре һуҡырая, әммә ул өмөтөн өҙмәй түҙә. Юныс пәйғәмбәрҙе балыҡ йотҡас, ул да зекер ҡылыуҙан туҡтамай, үҙен сабыр тота. Һөҙөмтәлә Аллаһ Тәғәлә уны балыҡ эсенән ҡотҡара. Әйүп пәйғәмбәр ауырыуға һабышып күп михнәттәр сигә, әммә башҡа йылдарын рәхәтлектә үткәргәнен уйлап, Аллаһтан шифа һорарға ла ояла. Раббыбыҙ биргәненә риза һәм шөкөрлө булып, сабырлыҡтың бәрәкәтен аңлау фарыз.
Әүлиәләр ҙә бит әхирәттә юғары дәрәжәләргә өлгәшер өсөн ғүмер буйы йөрәктәрен таҙартыуҙан, паклауҙан, күңелдәрен камиллаштырыуҙан туҡтамай. Беҙ ҙә нәфсе ҡоло булмайыҡ, рухи үҫешкә ынтылайыҡ, йән көсөнә ирешәйек! Барлыҡ эштәребеҙҙә лә Аллаһ Тәғәлә беҙгә ярҙам итһен. 

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас