Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь , 08:00

Урмандарҙа кәкүк, әй саҡыра

Ҡатын,  ҡороған йүкә ағасына тотоноп, тирә-яғын күҙәтте. Аҙымы һәлмәк, көҙҙән ҡойолған япраҡтар өҫтөндәге ҡыуарған нәҙек ботаҡтар аяҡҡа үрмәксе ауы һымаҡ уралып, атларға ҡамасаулай. Ауыртыу йышыраҡ ҡабатланған һайын күңелде шом баҫа. Хәүеф өҫтәп, яҡында ғына кәкүк саҡыра. Аңлатып бирә алмаған һыҙланыуҙан күккә ҡарап ҡысҡырғыһы, кемде лә булһа ярҙамға саҡырғыһы килә.

Юл ярып атлай торғас, Сәскәнең ҡулдарын ғына түгел, битен ағас ботаҡтары һыҙырып бөттө. Әллә ауыртыуҙан, әллә эске тойомлау менән алда нимә булырын белмәүҙән ҡатындың тәне үҙ тиренә беште.

«Тағы бер ынтылам да, ял итеп алам...»

Әммә ауырлыҡ менән яһалған аҙымдар менән хәрәкәт итеү ҡыйыныраҡ шул.

«Булмай, ошонда йығылам. Уф, Аллам, анау алдағы шыршы төбөнә етһәм...» Һыҙланыуҙан күҙ алдары ҡараңғылана бара, йөрәге күкрәк ситлегенән сығып, төпһөҙ күк киңлегенә осорҙай тойола.

Сәскә ҡултыҡ аҫтындағы төргәкте аҫҡы ботаҡтар өҫтөнә бәреп, һарғайған энәләр һибелгән күләгәле урынға ауҙы. Ағас олононан ағып кипкән һары сайырҙы һындырып тештәре менән иҙҙе. Ауыҙына таралған әскелтем тәм тын юлдарын киңәйткәндәй булды.

Тәбиғәттә шашынып, ҡоштар тауышына күмелеп яҙҙың өсөнсө, һуңғы айы дауам иткән мәл.

Бөтә тәнде ауыртыу биләне, ҡысҡырыр ине - һыуһауҙан теле аңҡауына йәбешкәндәй, тамаҡ төбөнән тик ыңғырашыуҙы белдергән өн генә ишетелә. Биле менән аяҡтарын һиҙмәй ҡатын, уларҙы ауыр суйын менән ниндәйҙер көс аҫҡа тартҡандай тойола. Йәпһеҙ кәүҙә сепрәк тултырылған тоҡтай ергә ауҙы. Сәскә, бүрәнәләй аяуһыҙ шешкән аяғынан туфлиҙарын көс-хәл менән сисеп ситкә ырғытты. Шыршы аҫтындағы һиллек ауыртыуҙан, сираттағы тулғаҡтан керештәй тартылған тәнгә еңеллек биргәндәй булды. “Хәҙер ни эшләрмен? Ошонда үлеп ятһам, бер кем белмәҫ инде. Тәнемде эт-ҡош талар, ҡоҙғондар суҡыр. Дөйөм ятаҡта ла мине хәтерҙәренә төшөрөр, эҙләр кеше булмаҫ», - тип, үҙ ғүмерен ҡайғыр­тып, ыңғырашты.

Ул бер аҙға күҙҙәрен йомдо, тәненә йәбешкән күлдәк итәген күтәрҙе. Һәрмәнеп, бая ташлаған төргәкте тапты һәм ятҡан килеш аҫтына түшәргә маташты.

Уңайлы урын эҙләп, инде генә боролам тигәндә, тағы көслө ауыртыу ҡабатланды, әйтерһең тау эсендә ҡайнап, бына-бына атылам тигән вулкан, бөтә көсөн йыйып иркенлеккә ашҡынды. Ҡолағына бала тауышы салынды һәм тәнен аңлатып бирә алмаҫ еңеллек биләне. Сәскә, күҙҙәрен дә асмай, сепрәк араһына тыҡҡан бысаҡты табып, ике йәнде тоташтырған кендекте киҫте. Көсһөҙ генә тауыш менән үҙенең был донъяла йәшәргә хоҡуғы барлығын белдереп ҡыймылдаған тере йән эйәһен һаҡһыҙ ғына шыршы төбөнә этәрҙе.

“Ни эшләргә?” Сабыйҙы алып түшенә ҡыҫһа, башҡаса айырылмаясағын яҡшы аңлай, ташлап китер ине, ниндәйҙер көс ҡул һуҙымында ғына еүеш тәненә шыршы энәләре йәбешкән йомарламды үрелеп кенә алып түшенә ҡыҫырға ҡушҡандай. Сәскә һанаулы секундтар арауығында ҡарар ҡабул итер һайлау алдында ҡалды.

Сабыйын күтәреп дөйөм ятаҡҡа ҡайтһа, ярай, әллә ни булмаҫ. Ауылда ата-әсәһе ишетһә?! Күҙ ҡырыйы менән тәнендә атаһының йоҙроҡ эҙҙәренән ҡалған яраларға күҙ һалды. Улар берәү-икәү генә түгел - арҡа, беләктәрҙән тыш, битендә лә йөй булып һалынған. Ауылға ҡайтыу түгел, ҡалаға килеп тә иң насар һүҙҙәр менән хурлап, икебеҙҙе лә тәҙрәнән бәрәсәк. Атаһы Афған һуғышында ҡатнашҡан, шунлыҡтан аяуһыҙ ҡыҙыу, дыуамал холоҡло. Ғаиләһе генә түгел, ауылдаштары ла шөрләй унан.

Күҙенә атаһының уҫал йөҙө, аларған күҙҙәре салынғандай булды, Сәскә шыршы ышығынан сығып, бая килгән йүнәлешкә атланы. Гонаһһыҙ сабыйға күҙ ташларға ҡыйыулығы етмәне ҡатындың. 

... Рәсимә менән Илфат ун йыл элек тап ошо олпат шыршы янында танышты. Шунлыҡтан, йыл да килеп, беренсе осрашыуҙары тураһында хәтирәләрен яңырталар. Фатирҙары, яҡшы машиналары, аҡсалары ла бар уларҙың, Хоҙай Тәғәлә атай-әсәй булыу бәхетен генә бирмәй үҙҙәренә. Иренең һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткәндә алған радиация нурланышы сәбәпсе, ти врачтар.

Йығылған ағас өҫтөндә бер-береһенә һыйынып ултырған парҙың ҡолағына ниндәйҙер тауыш салынғандай булды. Улар күктән ҡараштары менән сәйер ҡошсоҡто эҙләне. Тағын ҡабатланды, күктә түгел, яҡында, шыршы яғынан килгәндәй.

- Ҡуян балаһы, күрәһең, - ҡыҙыҡһыныуын еңә алмаған ир ҡарашы менән тауыш эйәһен эҙләне.

- Рәсимә, кил әле, тик ҡысҡырма, яй ғына яҡынлаш.

- Ҡурҡытыр булһаң, бармайым, инә ҡуян бәләкәстәрен һаҡлар өсөн уҫаллашҡанын күргәнем бар! Сыҡ унан!

- Бында бала ята... Тере, ҡыбырлаған һымаҡ...

Ҡатын ышанмай ире яғына ыңғайланы һәм ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн, ауыҙын ҡулдары менән ҡапланы. Илфат был ваҡытта яңы ғына донъяға ауаз һалған бәләкәстең тәнен әрһеҙ ҡырмыҫҡаларҙан, шыршы энәләренән таҙарта ине.

... Сабыйын ташлап киткәс, исмаһам, бер әйләнеп ҡараманы Сәскә артына. Үҙ ҡулдары менән киҫкән кендек һаман һуҙылып, уның ниндәй гонаһ ҡылыуын  күрһәтеп  килгәндәй тойолдо.

Төшөнә лә инеп йөҙәтмәне, күңеле лә әрнемәне. Телевизорҙа кескәйҙәрҙе күрһә, йоҙроҡтары атаһыныҡы һымаҡ төйөлдө, йөҙөн ҡара һөрөм баҫты. Шыршы янына теүәл бер айҙан, нисектер тынысланғас, килде. Тирә-яғы күпереп үләнгә күмелгән урынға яҡын барырға ҡурҡып, бер нисә тапҡыр әйләнде, ағас төбөндә һаман да сабый илап уны көтөп ята һымаҡ тойола ине. Теге ваҡыт ташлап ҡалдырған сепрәктәре, бысағы ла шул урында, бала - юҡ. “Эт-ҡош алып киткәндер”, - тигән уй үтте уның башынан.

... Рәсимә менән Илфат сабыйҙы дауаханаға алып барҙы, бер аҙҙан документтар рәсмиләштереп,  үҙ  исемдәренә  яҙҙырҙы. Үлемдән ҡалған сабыйҙың йәшәүгә ынтылышы шул тиклем көслө булыуына врачтар ҙа аптыраны. Бөгөн ул һау-сәләмәт, бәхетле, ата-әсәһенең тормош сәскәһе. Бәләкәстең донъяға килеү тарихы шул шыршы төбөндә мәңгегә онотолдо.

Урмандарҙа кәкүк, әй саҡыра
Урмандарҙа кәкүк, әй саҡыра
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: