Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2024, 09:34

Инклюзив мода тураһында

  Өфөләге “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә инклюзив йүнәлештәге мода менән таныштырыу булды.

Инклюзив мода тураһындаИнклюзив мода тураһында
Инклюзив мода тураһында

“Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы ла, күркәм дә кейем табыуы ауыр. Ләкин мөмкинлектәр сикле булыу матурлыҡҡа ынтылышты сикләргә тейеш түгел дә баһа! Форумда улар өсөн махсус тегелгән модалы кейемдәр күрһәтелә”, – тип һөйләй ойоштороусыларҙың береһе – “Әсә йөрәге” әсәйҙәр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова.

Бөгөнгө сарала 20 йылдан ашыу ортопедик аяҡ кейеме һәм адаптив кейем етештереү менән шөғөлләнеүсе “Ортомода” компанияһы (Мәскәү ҡалаһы) коллекцияһы менән таныштырҙылар.Төҫтәре бик күркәм был кейемдәрҙе кейеү-сисеү яйлы, улар хәрәкәтте сикләмәй, тәнде ҡыҫмай, бик уңайлы, йылы һәм матур, ел-ямғыр үткәрмәй.

Инклюзив йүнәлештәге моданы үҫтереүгә иғтибар артыу – йәмғиәтебеҙҙең тиң мөмкинлекле йәмғиәт булырға ынтылыуының бер сағылышы.

Александр Королев фотолары.

Сығанаҡ Башҡортостан ҡыҙы

Автор:
Читайте нас