Ут яҡҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бәләкәй балаларға мейесте күҙәтергә ҡушмағыҙ.
Балаларға ут тоҡандырырға ҡушмағыҙ
Тиҙ тоҡана торған шыйыҡсалар (бензин, кәрәсин һ.б.) менән мейес тоҡандырмағыҙ.
️ Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығындағы янмай торған материалдан эшләнгән әйбер урынлаштырығыҙ.
Ул әйбергә утын һәм яғыулыҡ материалдары ҡуймағыҙ.
Мейестең ныҡлап ҡыҙыуына юл ҡуймағыҙ. Бының өсөн уны 2 сәғәттән артыҡ яғырға ярамай.
▫ ️ Даими рәүештә мөрйәне һәм мейесте таҙартығыҙ.
▫ Мейес яҡҡанда ишеген асыҡ ҡалдырмағыҙ.