Үткән Ҡоролтайҙа тел буйынса бик күп һорауҙар булды – уҡытыуҙың заманса методикаһы, яңыса уҡыу әсбаптары булмауы. Мәктәп программаһында сәғәттәрҙе ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң йөҙләгән башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ яҙмышы өсөн борсолған осор ине. Флагман булып торорлоҡ проекттар ҙа юҡ ине. Дәүләт учреждениеларында башҡорт теле бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай ине.
Шуға ла мин инвестиция, сәнәғәт һәм төҙөлөш сәғәттәре менән бер рәттән туған телдәр мәсьәләһенә арналған ултырыштар үткәрә башланым. Был кәңәшмә минең өсөн мөһимерәк ине, тип әйтә алам. Сөнки башҡорт телен һаҡлап ҡалыу проблемаһын нисек хәл итергә кәрәклеге аңлашылмай ине. Ә бит телебеҙ булмаһа, беҙ ҙә булмаясаҡбыҙ. Беҙ был мәсьәләләрҙе ижади интеллигенцияның иң билдәле вәкилдәре, алдынғы методистар менән тикшерҙек. Был эштә Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның роле ҙур. Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталовҡа башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнгәне, ҡасандыр Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын асыу нигеҙендә торған Ғиниәтулла Сәфиулла улы Ҡунафинға рәхмәтлебеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Ошо һәм башҡа фекерҙәштәребеҙ ярҙамы менән беҙ ҙур һәм мөһим эш башланыҡ. Өҫтәүенә, ул ваҡытта йәнә инандырыу, телгә ихтирам тәрбиәләү юлынан да барҙыҡ. Һөҙөмтәлә бөгөн хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Быйыл мәктәп йәшендәге уҡыусыларҙың 80 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һайлаған. Яңы методикалар, мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килә. Айгиз Ҡунафин милли телдә – тап ташҡортса һөйләшкән тәүге аҡыллы колонканы эшләне.
Беҙ йыл һайын туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар бүләбеҙ. Быйыл 33 ойошма 50 миллион һум аҡса алды. Уларҙан 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Полилингваль гимназиялар төҙөйбөҙ. Әлегә һигеҙ гимназия бар, һәм беҙ уларҙың селтәрен артабан да киңәйтергә маҡсат ҡуйғанбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүгә лә иғтибар бүләбеҙ. Беҙ татар, мари телдәрен тәрән өйрәнеү буйынса полилингваль гимназиялар астыҡ. Бер нисә көн элек Бишбүләк районында сыуаш телен өйрәтеүсе полилингваль гимназия асырға ҡарар иттем. Был эштә республикабыҙҙа йәшәгән бөтә халыҡтарға ла ихтирам менән ҡарарға тырышабыҙ.
Башҡорт теленән йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара диктантты бөгөн донъяның төрлө мөйөштәрендә йөҙҙәрсә мең кеше яҙа.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан бик әүҙем эштәр алып барыла. Уның етәксеһе Гөлназ Йосопова ярҙамында башҡорт телен үҫтереү өсөн бик күп мөһим, шул иҫәптән һанлы проекттар тормошҡа ашырыла.
Иртәгә республикала Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Мөмкинлектән файҙаланып, барығыҙҙы ла етеп килгән ошо байрам менән дә ҡотлайым!
Балаларыбыҙҙың бала саҡтан уҡ туған телен өйрәнеүе бик мөһим. Бөгөн ошо йәһәттән эш 800-ҙән ашыу балалар баҡсаһында алып барыла. Әммә беҙгә балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү методикаһын камиллаштырырға, уны уңайлы һәм мауыҡтырғыс итергә кәрәк. Бында Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорттар ҡоролтайы, Аҡмулла исемендәге педагогия университеты, Мәғарифты үҫтереү институты эшләргә тейеш.
Беҙ йыл һайын Милли кейем көнөн билдәләйбеҙ. Бөгөн республикала күптәр этно-стилдәге кейемгә һәм милли биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирә. Беҙ башҡорт эш костюмын булдырҙыҡ, ошо эште дауам итеү буйынса идеялар тағы ла бар. Быға йыл һайын иң яҡшы милли кейем оҫталарын йыйған “Тамға” конкурсы ярҙам итә. Был мөһим эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.
Быйылдан 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде. Республикала Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороуҙы ла мөһим аҙым тип иҫәпләйем.
Мәҙәниәтебеҙҙең сағыу символдарының йәнә береһе – башҡорт бейеүе. Бейеү теле һәр кемгә аңлашыла. Беҙ милли хореография үҫешенә әүҙем булышлыҡ итәбеҙ. Күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөн – 21 октябрҙе Милли бейеү көнө итеп иғлан итеү мөһим, тип иҫәпләйем. Ошо йәһәттән тейешле документ ҡабул итәсәкмен.
Радий Хәбиров сығышынан