- Руслан Илдус улы, был вазифала һеҙ икенсе йыл эшләйһегеҙ. Гәзит уҡыусылары үҙегеҙ менән таныштырып китәйек әле.
- Сығышым менән Ауырғазы районының Талбазы ауылынан. Өфө дәүләт университетын тамамланым. 2014 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте идаралығында, унан һуң БР Финанс министрлығында белгес, һатып алыуҙарҙы контролдә тотоу бүлегенең төп белгесе вазифаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырҙым. Ауырғазы районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокурор ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы булып эшләнем. Бөгөн район-ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән закондар үтәлешен, граждандарҙың хоҡуғын, йәмғиәт һәм дәүләт мәнфәғәтен яҡлайбыҙ.
- Прокуратураға граждандар күберәк ниндәй мәсьәлә менән мөрәжәғәт итә, уларҙы ниндәй проблемалар борсой?
- Беҙҙең төп маҡсат – кешеләргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү, уларҙың хоҡуғын тергеҙеү. Йылдан-йыл граждандарҙың беҙгә ышанысы арта, был килгән мөрәжәғәттәрҙең артыуында сағыла. Былтыр 1400-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу асыҡланды, шуларҙың 800-е социаль өлкәгә ҡағыла, граждандарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында 300-ҙән ашыу тәҡдим индерелде, 150-нән ашыу протест килтерелде, судҡа 230-ҙан ашыу дәғүә ғаризаһы ебәрелде. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 90-дан ашыу эш ҡуҙғатылды, прокурор тикшереүҙәре буйынса 5 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Прокуратура органының төп көсө енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса бөтә хоҡуҡ һаҡлау сиситемаһы эшен координациялауға йүнәлтелгән, граждандарҙың торлаҡ һәм хеҙмәт хоҡуғы әүҙем яҡлана. Эш хаҡы түләмәү буйынса мөрәжәғәттәр булды. Ҡабул ителгән сара һөҙөмтәһендә «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы”ның (хәҙерге “Союзпромтица” йәмғиәте) элекке хеҙмәткәрҙәр алдында эш хаҡы буйынса бурыс тулыһынса ҡапланды, районда хеҙмәт хаҡы өлкәһендә яңы бурыстар булдырыуға юл ҡуйылмай. Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә дауалау учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә бирелгән шәхси һаҡланыу сараларын биреү тураһында 190-дан ашыу дәғүә ғаризаһы ҡаралды.
Суд приставтарының һәм идара итеүсе компанияларҙың ғәмәлдәре йәки ғәмәлдән тыш булыуы тураһында ялыуҙар күп килде. Мәҫәлән, күп фатирлы йорттарҙы 2024-2025 йылдар йылытыу миҙгеленә әҙерләгәндә идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегендә күп һанлы боҙоу асыҡланды, уларҙы бөтөрөү район-ара прокуратура контролендә тора.
Һаулыҡ һаҡлау – актуаль темаларҙың береһе. Ошо юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарылды?
Дарыуҙар, шул иҫәптән кисектерелгән хеҙмәтләндереүҙәге препараттар биреү мониторингы, шулай уҡ милли проекттар сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөшөн контролдә тотоу алып барыла. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына өс тәҡдим индерелде, уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса граждандар дарыуҙар менән тәьмин ителде, ФАП эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр бөтөрөлдө.
Һуңғы осорҙа илдә коррупцияға ҡаршы һөҙөмтәле эш алып барыла. Уға бәйле миҫал килтереп үтһәгеҙ ине.
Ришүәт алыу буйынса яңғырауыҡлы енәйәт эштәре буйынса тикшереүҙәр бара. Һөҙөмтәләр ҙә бар. Миҫалға, суд прокурорҙың элекке полиция хеҙмәткәре менән 10 миллион һумдан ашыу аҡса түләтеү тураһындағы дәғүә ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе.
Билдәле яҙыусының күптән инде ҡанатлы һүҙҙәренә әйләнгән “Рәсәйҙә ике проблема бар, шуның береһе – юл”. Ысынлап та, был мәсьәлә беҙҙә лә бар. Уларҙы төҙәтеп өлгөрмәйҙәр, икенсе яҡта соҡор-саҡыр пәйҙә була.
Автомобиль юлдары, тимер юл аша сығыу юлын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау мәсьәләләрен күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, хәл итергә тырышабыҙ.
Экология мәсьәләһенә иғтибар кәмемәйме?
Эйе, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшмәкәрлегебеҙҙең мөһим йүнәлеше булып ҡала. Ҡабул ителгән яуап саралары арҡаһында былтыр рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлдө, ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу факттары асыҡланды, прокурор тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды.
Социаль яҡланмаған категорияға ҡарағандарҙың, балаларҙың хоҡуҡтарына иғтибар етерлек бүленәме?
Балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре айырым контролдә. 8-се урта мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау ваҡытында төҙөлөш майҙансығына сығыу менән аҙна һайын тикшереү үткәрелде, ә подряд ойошмаһы етәкселегенә иҫкәртеүҙәр иғлан ителде.
Һәр мөрәжәғәттең артында ярҙамға өмөт менән кеше тороуын беләбеҙ һәм боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү бурысын һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ.
Форсаттан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ теләйем!