

Эмиль Йәнекәев хәрби заданиеға барған саҡтағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. 18 кеше «Урал»ға ултырып, ун алты кеше кузовта, кабинала водитель һәм оҙатып йөрөүсе була, юлға сығалар. Көтмәгәндә минаға эләгәләр. Бер кеше һәләк була, икәүһе ҡаты яралана һәм ҡалғандары аяҡ-ҡулын һындыра. Ауыр йәрәхәтлеләрҙең береһе Эмиль була, ул ике аяғын да юғалта.
Яугир әйтеүенсә, ҡышҡыһын машина менән оҙайлы сәйәхәт иткәндә, протезда аяҡтар арый, ә ғәҙәти салбарҙарҙы сисеүе ҡыйын. Адаптив кейем был проблеманы хәл итә, еңел кейенергә һәм үҙенде уңайлы тойорға мөмкинлек бирә.
Бөгөн Эмиль яңы тормошҡа яраҡлашып ҡына ҡалмай, дәрте, ташып торған энергияһы менән башҡаларҙы ла рухландыра. Ул - профессиональ музыкант, “Ювинталь” рок-группаһына нигеҙ һалыусы. Был коллектив фестивалдәрҙә әүҙем сығыш яһай, уларҙың ижады бөтә интернет-платформаларҙа ла бар.
«Тәүҙә, әлбиттә, бик ауыр булды, күп операциялар үткәрергә, реабилитация үтергә тура килде. Аңыма килгәс, “аяғым юҡ, нимә эшләйһең, төрлө хәлдәр була” тигән тойғо мейене телеп үтте”, - тип серҙәре менән бүлешә егет.
Егеткә ғаиләһе һәм ата-әсәһе көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итә, ял итергә алып бара һәм дауаланыуҙың бөтә этаптарында таяныс һәм терәк була. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған реабилитация программалары ла ветерандарға ҙур ярҙам күрһәтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн республикала 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Ауыр яраларҙан һуң аяҡҡа баҫа башлағандарға мөрәжәғәт итеп, Эмиль: «Рух төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Иң ҡатмарлы реабилитация осорон еңеп сығыу өсөн көс, сабырлы булыу мөһим. Хәҙер ветерандарҙы ғәҙәти тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн күп нимә эшләнә”, - тине.