

Федераль әһәмиәттәге һуңғы вуз илдә 2014 йылда ойошторола. Тимәк, фәндән бик үк йыраҡ булмаған Башлыҡ Рөстәм Хәмитовҡа поездың һуңғы вагонына эләгеү мөмкинлеге була әле – тик ул саҡта ла бер нәмә лә эшләнмәй. Һөҙөмтәлә күп кенә Башҡортостан йәштәре Ҡазан, Екатеринбург яғына ҡарай башлай. Был аңлашыла ла - йәштәрҙе заманса белем алыу һәм йәшәү шарттары ҡыҙыҡһындырыуы тәбиғи. Һөҙөмтәлә, ҡасандыр юғары баһаланған республика юғары уҡыу йорттарының абруйы төшә. Абитуриенттар һаны кәмеү сәбәпле, өҫтәүенә берҙәм дәүләт имтиханы биргән киң мөмкинлектәр шарттарында, беҙҙең университеттар ҡаты конкуренция хәлендә ҡала.
Радий Хәбиров тарафынан юғары уҡыу йорттарына бүленгән иғтибары бына шуға ла урынлы. Яңы федераль программаға эләгеү, йәғни республика вуздарында заманса шарттар тыуҙырыу өсөн федераль аҡсалар йәлеп итеү бурыстарына тотона. Һайлауҙы үтеп, шарттарҙы үтәп Өфөлә донъя кимәлендәге фәнни белем биреү үҙәге (Евразийский НОЦ мирового уровня) төҙөлә башлай. Уның сиктәрендә республикабыҙҙың университеттары, фәнни институттары һәм бизнес бер урында берләштерелә. Улар алдында иҡтисадтың реаль секторы өсөн аныҡ технологик асыштар, етештереү технологиялары, яңы материалдар уйлап табыу бурысы ҡуйыла. Тағы ла бер төп талап – НОЦта эш бары тик урындағы ихтыяждар буйынса алып барылырға тейеш. Йәғни асыштар аныҡ предприятиелар һорауы буйынса эшләнә, шунда уҡ ғәмәлгә ашырыла. Әйтәйек, УУНиТ УМПО өсөн маҡсатлы белгестәр әҙерләй. УГНТУ республиканың газ һәм нефть сәнәғәт ойошмалары менән бәйләнештәрҙе нығыта.
Вуздарға булған иғтибар аныҡ һөҙөмтә бирә – Башҡортостан юғары уҡыу йорттары быйыл да "Приоритет 2030" программаһы сиктәрендә федераль ярҙамға лайыҡ булды. Ошо программа сиктәрендә 2026 йылда республиканың 4 вузына 1 млрд һум күләмендә грант бүленәсәк.
Был ҡаҙаныштар ҙа республика етәксеһе Радий Хәбировтың бөгөнгө менән генә йәшәмәүе, ә Башҡортостандың киләсәге тураһында хәстәрлек күреүе,аныҡ стратегик эштәр алып барыуы тураһында һөйләй. Приоритет – 2030 программаһының төп маҡсаты 30-cы йылға илдең иң алдынғы 100 университетын булдырыу. Башҡортостан вуздарының ошо программа сиктәрендә матди-техник базаһы яңыртыла, уҡытыу программалары камиллаша икән - тимәк федераль кимәлдәге терәк вуздар исемлегенә инеү өсөн нигеҙ һалына.
Сығанаҡ https://t.me/halykarba/359