

Башҡортостан ял итеү һәм мәҙәни сәфәрҙәр өсөн тағы ла мауыҡтырғыс булыу юлында, тип билдәләне ул. Беҙҙә 66 туроператор эшләй, улар 800-ҙән ашыу туристик маршрут тәҡдим итә. Был фәнни программалар, тау һуҡмаҡтары, йылғаларҙа ағыу, йәйәүле сәйәхәттәр. Иң йыш ҡунаҡтар - Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән һәм Татарстандан, тип билдәләй Андрей Назаров.