

«Ъ-Өфө» хәбәр итеүенсә, кисә кис Өфө-Инйәр — Белорет юлының 137-се километрында ВАЗ-2112 һәм Isuzu йөк фургоны бәрелешкән. Авария урынында 40 йәшлек еңел автомобиль водителе вафат булған. Машинала шулай уҡ уның ҡатыны өс айлыҡ балаһы менән һәм тағы ла дүрт балаһы була, уларҙың иң өлкәненә ун йәш. Белорет дауаханаһына ике, өс һәм дүрт йәшлек өс бала оҙатылған. Ҡалған пациенттарҙы амбулатор дауалауға ебәрәләр.