Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2025, 18:00

Һуңғы бер аҙнала республикала 4 социаль объект асылды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса Совет ултырышы сиктәрендә Ишембай, Хәйбулла һәм Мәсетле райондарында яңы мәҙәниәт йорттары асылғайны.

Һуңғы бер аҙнала республикала 4 социаль объект асылды.Һуңғы бер аҙнала республикала 4 социаль объект асылды.
Һуңғы бер аҙнала республикала 4 социаль объект асылды.

Кисә Асҡын районында өр-яңы поликлиника сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында (ВКС форматында) Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашҡан.
Шулай итеп, Асҡын районында беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы тулыһынса яңыртылып бөткән. Бығаса райондың ауылдарында иҫке ФАПтар урынына заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылғайны - һуңғы бер нисә йылда өр-яңы медпункттар Иҫке Ҡаҙансы, Ключи, Ҡубыяҙы, Мутайылға , Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Яны Ҡара, Билгеш ауылдарында барлыҡҡа килде. Заманса йыһазландырылған ҙур поликлиника Асҡында һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау буйынса ҙур эштең йомғаҡ өлөшө. Заманса бина менән бер рәттән төпкөл райондарға көн талабына тура килгән йыһаздар ҙа ҡайтарыла, сифатлы медицина хеҙмәтен күрһәтеү мөмкинлектәре тыуҙырыла. Әйткәндәй, әлеге мәлдә республикала бер юлы тағы ла бер нисә район поликлиникаһын төҙөү эше алып барыла.

Халыҡ-ара кимәлдәге спорт объекты йә Кампус ише республика өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған учреждениелар менән бер рәттән ябай халыҡ өсөн мөһим объекттар асылыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Был тыуған еренә ерегеп йәшәгәндәр хаҡындағы хәстәрлек тә, төбәктең киләсәген үҙ ҡулына алыр йәш быуын өсөн шарттар тыуҙырыу сәйәсәте лә. Бөгөн шул уҡ ауыл клубтары йә ФАПтарҙы күҙ уңында тотҡанда, республикала уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән социаль инфраструктура яңыртылыуын һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк. Йәғни бөгөн ауыл-райондарҙың иң кәмендә алдағы илле йыллығы хәстәрләнә.

Автор:
Читайте нас