Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2025, 05:34

ВТБ Мәләүездә беренсе офисын асты

Банк төбәк селтәрен киңәйтеүҙе дауам итә һәм Мәләүез ҡалаһында Смоленск урамы 35-се йорт адресы буйынса беренсе бүлексә асты

ВТБ Мәләүездә беренсе офисын астыВТБ Мәләүездә беренсе офисын асты
ВТБ Мәләүездә беренсе офисын асты

Яңы офис шәхси клиенттарҙы хеҙмәтләндерәсәк, финанс продукттары һәм хеҙмәттәрҙең тулы спектрын тәҡдим итәсәк. Бүлексә ҡаланың үҙәгендә һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштарына яҡын урынлашҡан.

«Мәләүездә беренсе офис асыу - ВТБ-ның төбәк селтәрен үҫтереүҙә мөһим аҙым. Беҙ ҡала халҡының банктың продукттарына ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ һәм хеҙмәттәребеҙҙе мөмкин тиклем арзаныраҡ итергә тырышабыҙ. Ҡала үҙәгендә урын һайлау бүлексәләрҙе клиенттар өсөн уңайлы урындарҙа урынлаштырыуға ҡарашыбыҙҙы раҫлай», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһында ВТБ идарасыһы Станислав Морилов.

Банк бүлексәһе "еңел" форматта эшләй. Бәләкәй майҙанда бөтә төп ВТБ хеҙмәттәре бар. Яңы офиста клиенттар кредит, вклад һәм банк карталарын рәсмиләштерә, лояллек программаһын, «Ғаилә банкын» тоташтыра, шулай уҡ мобиль ҡушымтаны һәм цифрлы сервистарҙы көйләй ала.

«Бүлексә асылыуына мин бик шатмын. Был ваҡиғаны күптән көтә инек. Банктың етәкселеге менән бәйләнеш тығыҙ, улар «Азот» төркөмөнөң партнерҙарҙың береһе. Беҙҙең предприятие ошо төркөмгә инә, - ти Мәләүез минераль ашламалары заводының генераль директоры Роман Дьяк. -  Завод хеҙмәткәрҙәренең бик күптәре эш хаҡын ВТБ картаһынан ала. Үҙем шәхсән рәүештә ВТБ-ға 2017 йылда күстем.»

ВТБ бүлексәһендә көтөү һәм хеҙмәтләндереү зоналары йыһазландырылған. Клиенттар өсөн банкомат ҡуйылған, ул офис режимында эшләй. Килеүселәрҙең уңайлылығы өсөн бушлай Wi-Fi ҡаралған. Офистың эш режимы: дүшәмбе-йома көндәре иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Мәләүездә бүлексә асыу төбәктә ВТБ-ның булыуын нығыта һәм банктың иң перспективалы тораҡ пункттарҙа селтәрҙе киңәйтеү буйынса стратегияһына тап килә. Бөгөнгө көндә ВТБ-ның офис селтәрендә 37 бүлексә иҫәпләнә.

Реклама. ПАО ВТБ. Генеральная лицензия №1000.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас