Осрашыуҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сергей Лавров үҙенең сығышында билдәле мәмерйәне исемлеккә индереү тураһындағы ҡарарҙың Рәсәй башланғысы менән ҡабул ителеүен билдәләне.