Көнгәк
-9 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар , 22:00
1

Ҡотло булһын Йылҡы йылы!

Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН шиғыры.

Ҡотло булһын Йылҡы йылы!
Ҡотло булһын Йылҡы йылы!

Аҡ бурандар араһынан
 Аттар килә көрт ярып.
 Йыландарҙы ҡыуа-ҡыуа,
 Эх, саба улар ярһып!

 Күпме йылдар, юлдар үтеп,
 Киләләр улар арып.
 Берәй йылға был аттарҙы
 Ҡуяйыҡсы туғарып?

 Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
 Таратһын бүләктәрен.
 Йылан уларға ҡалдырҙы
 Мул һоло келәттәрен.

 Яңы йыл да яҡынлашты,
 Аттар ишек ҡағалар,
 Ҡотло булһын йылҡы йылы,
 Еңел булһын дағалар!

Автор:
Читайте нас