Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Ғинуар , 10:30

Һәләтлеләр ярышы

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсы үҙ эшен яратҡан һәм ҡыҙыҡлы дәрестәр уйлап сығарған иң яҡшы уҡытыусыларҙы табырға һәм уҡытыусы һөнәрен абруйлыраҡ итергә ярҙам итә.

Һәләтлеләр ярышыҺәләтлеләр ярышы
Һәләтлеләр ярышы

Быйыл конкурста ике уҡытыусы ҡатнашты: 4-се мәктәптән - Эльза Ғайсина һәм Үрге Юлдаш ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларын уҡытҡан Гөлназ Үркенбаева.

18 декабрҙә уҡытыусылар 9-сы башҡорт гимназияһында дәрес бирҙе. Эльза Ғайсина туған тел, ә Гөлназ Үркенбаева әҙәбиәт буйынса “асыҡ дәрес” күрһәтте.

19 декабрҙә уҡытыусылар кластан тыш сара үткәрҙе, унда Башҡортостан ҡаһармандары, илһөйәрлек һәм республиканың ете мөғжизәһе хаҡында һөйләнеләр.

Конкурстың өсөнсө этабында уҡытыу һәм тәрбиәләү алымдары тураһында һөйләне.

Муниципаль этапта Эльза Гайсина еңеүсе булды. Ул февралдән мартҡа тиклем Өфөлә үткәрелгән конкурс финалында ҡатнашасаҡ. Гөлназ Уркенбаева икенсе урынға сыҡты.

Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА,

мәғариф идаралығы белгесе.

 

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас