Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 09:30

Төбәк-ара олимпиадала уңышлы сығыш

12-13 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада финалы үтте

Төбәк-ара олимпиадала уңышлы сығышТөбәк-ара олимпиадала уңышлы сығыш
Төбәк-ара олимпиадала уңышлы сығыш

Олимпиаданың тәүге ике турында конкурсанттар викторина һрауҙарына яуап бирә, текст анализлай һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Өсөнсөһөндә яҙма тест үттеләр, текст менән эшләнеләр һәм жюри ағзалары менән диалогтарҙа ҡатнаштылар. Финалда беҙҙең уҡыусыларҙың барыһы ла юғары һөҙөмтә күрһәтте.

8-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Илнара Кәшәфетдинова туған башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүселәр араһында еңеүсе булды (уҡытыусыһы Минзәлә Йомаева). 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Әлфизә Зәйнәғәбдинова дәүләт башҡорт телен өйрәнеүсе ҡатнашыусылар араһында призлы урын яуланы (уҡытыусыһы Фәнилә Ғәниева). Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр араһында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Иркә Иҫәнбирҙина призер булды (уҡытыусыһы Фирҙәүес Шәйәхмәтова).

Мәғариф идаралығы уҡыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлай, уларға уңыштар теләй.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас