Көнгәк
-22 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 22:00

Торлаҡ хужалары ширҡәте һәм идарасы компания: айырмаһы нимәлә?

Төп айырмаларҙы Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында аңлаттылар.

Торлаҡ хужалары ширҡәте һәм идарасы компания: айырмаһы нимәлә?
Торлаҡ хужалары ширҡәте һәм идарасы компания: айырмаһы нимәлә?

Торлаҡ хужалары ширҡәте (ТСЖ ) – йәшәүселәрҙең йорт менән үҙ аллы
идара итеү берләшмәһе. Идарасы компания (УК) - йорт менән идара итеү өсөн ялланған коммерция ойошмаһы.

Торлаҡ хужалары ширҡәтендә килешеүҙәрҙе
хеҙмәт күрһәтеүселәр менән милекселәр үҙҙәре төҙөй, Идарасы компания – үҙ эшенең нескәлектәрен яҡшы аңлаған белгестәр командаһы.

Торлаҡ хужалары ширҡәтендә мөһим ҡарарҙар дөйөм йыйылышта ҡабул ителә. Идарасы компанияла – милекселәр ҡарары һәм улар менән килешеүҙәрҙә билдәләнгән (йыйылыш протоколы нигеҙендә) вәкәләттәр сиктәрендә – штаттағы белгестәр.

Торлаҡ хужалары ширҡәте түләүҙәрҙе кәметеү яҡлы. Идарасы компания хеҙмәтләндереү сифатын һәм йәшәүселәр уңайлығын күтәреү маҡсатында килем алыуға йүнәлтелгән.

Торлаҡ хужалары ширҡәтендә подрядсыны алмаштырыуы еңел – ҡарарҙар бина хужаларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителә. Идарасы компанияла был ҡарар идара итеүсе ойошманың үҙ ҡарамағында.

Шулай итеп, ике варианттың да ыңғай һәм кире яҡтары бар – һайлау билдәле шарттарға бәйле.

Торлаҡ хужалары ширҡәте идара итеүҙә ҡатнашырға әҙер әүҙем милекселәр өсөн ҡулай. Идарасы компания – эштәрҙе белгестәргә ышанып тапшырыуҙы өҫтөн күргәндәр өсөн.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор: Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Читайте нас