Программа “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда Башҡорт дәүләт аграр университетынан 42 уҡытыусы был мөмкинлек менән файҙаланған. Аҡса күләме 1 миллион 400 мең һумға еткән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл мәғариф инфраструктураһын үҫтереү ҡаралған. Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө уҡыу корпусын тәртипкә килтереү, өс мәктәптә агротехнологик кластар булдырыу һәм йыһазландырыу планлаштырылған.