

Туймазы районының Туҡтағол ауылы эргәһендәге Нөгөш йылғаһы аша күперҙә бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт ун көнгә ябылды, тип иҫкәрттеләр хакимиәттә. Сикләү 18 октябрҙән 28 октябргә тиклем Наратаҫты — Баҙғыя — Ҡандра автомобиль юлында (21-се километр) ғәмәлдә. Юл үткәргестә күперҙе йүнәтеү буйынса планлы эштәр башҡарыла. Водителдәргә алдан уҡ урау юл һайларға һәм юлдағы өҫтәмә ваҡытты иҫәпкә алырға кәңәш ителә.