ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
11 Февраль , 12:14

Һуғыш шаңдауы һеңгән быуын

Һуғыш балалары - бала сағы Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарына тура килгән быуын. Уларҙың тормош юлы иҫ киткес сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм эшһөйәрлек менән һуғарылған. Күптәре бөгөн әүҙем ижтимағи тормош алып барыуын, йәштәргә үҙҙәренең хәтирәләре һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын, төрлө сараларҙа һәм проекттарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Улар башҡа ветерандар менән осраша, хәтирәләре менән уртаҡлаша, Еңеү көнөнә һәм башҡа иҫтәлекле даталарға арналған саралар ойоштора. Осрашыуҙар уларға бер - береһе менән бәйләнеш тоторға һәм шул ауыр осорҙарҙы иҫтә тоторға ярҙам итә.

Бөгөнгө әңгәмә  “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһының барлыҡҡа килеү тарихы, уның бөгөнгө йүнәлештәре тураһында. Уның рәйесе Ғәлиә Кәримова һөйөнөслө яңылығы менән дә уртаҡлашты - ойошма республикала беренсе булып Росреестрҙа теркәлеү үткән.

- Ғәлиә Ғилметдин ҡыҙы, бер аҙ тарихҡа туҡталып үтәйек, ойошма беҙҙең районда нисәнсе йылдан эшләй?

-  “Һуғыш балалары” ойошмаһы 2013 йылда ойошторола. Оло йәштәгеләр араһында киң танылыу алып, 1927-1945 йылғы һуғыш осоро балаларын берләштерҙе. Беренсе ойоштороусыларын әле лә күптәр йылы хәтирә менән иҫкә ала, был осорҙа яҡынса өс меңгә   яҡын  ағза ҡабул ителде. Бөгөн ветерандар хоҡуғын яҡлау буйынса “Һуғыш балалары” быға тиклем беҙҙә теркәлеү үткән ветерандарға  ҡабаттан ҡабул итеүгә анкета тултырып, ғариза яҙыуҙарын һорайбыҙ. Иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-сө яртыға тиклем эшләйбеҙ. Беҙҙең адрес элеккесә:  31-се биҫтә, 3-сө йорт.

- Росреестрҙа теркәлеү нимә бирә?

- Ике йыл дауамында документ туплап Башҡортостан Юстиция министрлығына тапшырған инек, декабрь аҙағында  беҙ унда юридик шәхес булараҡ теркәлеү үттек. Был ниндәй өҫтөнлөк бирә? Иң мөһиме, район-республика бюджетынан финанс ярҙам алыу, грантта ҡатнашыу хоҡуғын ҡуллана аласаҡбыҙ. Сер итеп кенә әйтәм - яҡташтарыбыҙ, уларҙың һуғыш, унан һуңғы осорҙа фронтҡа күрһәткән ярҙамы, тылдағы ҡаһарманлыҡтарын һүрәтләгән китап сығарғанда ошо мөмкинлекте  файҙаланып  буласаҡ, байрам-сараларҙы быға тиклем үҙ иҫәбеҙгә үткәрә инек. Кәнсә тауарҙары,  иҫтәлекле даталарға бәйле һәйкәлдәргә сәскә алыу һәм башҡа сығымдарға үҙебеҙ түләнек.

- Ойошма ағзалары йәш быуын менән ниндәй тәрбиәүи эш алып бара, улар ҡайҙа йыйыла?

-  31-се биҫтә, 3-сө йорт адресы буйынса бай экспонаттар туплаған музейыбыҙ, ял бүлмәбеҙ бар. Район, ҡала хакимиәте был йүнәлештә теләктәшлек күрһәтә, форсат менән файҙаланып, уларға  рәхмәт белдерәм.  “Һуғыш балалары” Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа мөһим роль уйнай. Улар үҙҙәренең хәтирәләрен яҙҙыра, документаль фильм һәм китап әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәтә, музей һәм архивтар менән хеҙмәттәшлек итә. Был киләсәк быуындарға шул йылдарҙағы ваҡиғалар хаҡында дөрөҫлөктө еткерергә мөмкинлек бирәсәк тип уйлайым.

Ойошма ағзаларының уртаса йәше 80-93 йәш.  Һәр дүшәмбе ултырыш үтә, унда көнүҙәк проблемаларҙы билдәләйбеҙ, шахмат, шашка, дартс буйынса ярышабыҙ. Кабинетта ғына ултыралар тип уйламағыҙ, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында эш алып барабыҙ. “Темп” үҙәге, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхана белгестәре менән берлектә иҫтәлекле даталарға бәйле сараларҙа, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән махсус хәрби операцияһы биләмәһендәге яугирҙәргә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам әҙерләүҙә,  Ленин урамы 133-сө йорт ихатаһында  ойошторолған “Урам байрамы”нда, индустриаль колледж уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа, 4-се мәктәптә йәйге лагерҙә үткән сараларҙа ҡатнашабыҙ. Былар башҡарылған эшебеҙҙең бер өлөшө генә. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һуғыш балалары әүҙем һәм тулы тормош көсөнә эйә. Уларҙың өлгөһө йәштәрҙе илһамландыра, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ ҡәҙерен һаҡларға көс бирә

- Мәләүездәрҙең, ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны Дан паркында “Һуғыш балалары” на арналған һәйкәл булырмы?

-  Был мәсьәлә менән күптән шөғөлләнәбеҙ. Тейешле органдарға мөрәжәғәт-хаттар яҙҙыҡ, эскиздар тәҡдим ителде һәм ул сиселеш юлында. Насип итһә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәйкәл урынлаштырылыр, тип көтәбеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыш һәм яҡшы хәбәрҙәр көтәбеҙ!

Һуғыш шаңдауы һеңгән быуын
Һуғыш шаңдауы һеңгән быуын
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: