ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
19 Февраль , 10:24

Атай-олатайҙар аманатын һаҡлап

 "Беҙ бергә булғанда мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм элекке һымаҡ тыныс илебеҙҙә тормошто дауам итербеҙ!". 

Атай-олатайҙар аманатын һаҡлап
Атай-олатайҙар аманатын һаҡлап

“Кураж” һалдат хеҙмәте тамамланғас,  махсус хәрби операция биләмәһенә барыр өсөн контракт төҙөй.  Был аҙымын ул мәктәп, ғаилә тәрбиәһе менән бәйләй.

  • Атай-олатайҙар илгә килгән ауыр мәлдә ҡалҡандай күтәрелгән, яуға юлланған. Мәктәп йылдарында ветерандар, локаль бәрелештәрҙә булғандар менән осрашыуҙарҙа күңелдән генә ”Мин ошолай эшләр алыр инемме икән?”- тип уйлай торғайным.

Армияла ауыр булманы, мәктәптә уҡығанда хәрби хеҙмәткә ныҡлап әҙерләндем.  Башҡортостандан килгән егеттәр яуаплылығы, спорт әҙерлеге, сәйәси белеме менән айырылып тороуын ишеткәнем бар ине.

2022 йылдың июлендә бергә хеҙмәт иткән 20-22 йәшлек егеттәр контракт төҙөнөк. Был һәр кем өсөн алдан уйланылған етди ҡарар ине. Ҡайтып, бер аҙ ял иткәс, махсус хәрби операция биләмәһенә юлландым. Беренсе айҙа еңел булманы. Физик күнекмә, төрлө алымдар, тәүлектең күп ваҡытында хәрби техника менән танышыу – бында армиялағы һымаҡ һине ҡурсалап торған командирҙар юҡ.  Бөтә нимә хәрбиҙәрсә. 

 Бөгөн алдынғы технологиялар заманы, автомат менән генә атышмайҙар, шунлыҡтан һин бөтә яҡтан да үҫешергә, барыһына ла өйрәнергә бурыслыһың. Психологик  әҙерлек тә мөһим.  Һуғыш ерҙә генә түгел, күберәк һауанан бара.  Республика мәктәптәрендә осоусы аппараттар менән идара итеүсе кластар барлыҡҡа килеүе киләсәктә ил именлеген һаҡлау мөһимлеген күҙ уңында тотоп асылғанын аңлайым.

Мин өс тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Ошо осорҙа мәктәптә  уҡыусылар менән аралашам, уларға спорт менән дуҫ булырға, Рәсәйҙе, кесе Ватанды һаҡлау мөһимлеге тап ир-егеттәр ҡулында икәнлеген һөйләйем. Яҡташтарым әҙерләгән гуманитар ярҙамды, йорт ризыҡтарын, күңел йылыһы һалып бәйләгән кейемде, балалар хаттарын, һүрәтен алған мәлдә күңелем ғорурлыҡ менән тула.

Тылдағыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һалдаттарыбыҙҙан  рәхмәт еткергем килә.  Беҙ бергә булғанда мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм элекке һымаҡ тыныс илебеҙҙә тормошто дауам итербеҙ!”- тип йылмайҙы ул.

 “Кураж” ҡушамталы яугир менән ҡыҫҡа осрашыуҙа алдан әҙерләп ҡуйылған һорауҙарҙы биреп өлгөрмәгәнемә  үкенәм.  Хәйер, райондаштары әҙерләгән гумконвойҙы машинаһын тейәгән һалдаттың тағы алыҫ сәфәргә юлланыуын, яйлап һөйләшеп торорға ваҡыты юҡлығын да аңлай инем.  Сираттағы ялға ҡайтҡанда мотлаҡ редакцияға тағы инеп сығырмын, тип һүҙ бирҙе.  Әйткән һүҙен мотлаҡ үтәйәсәген беләм “Кураж”дың.  Имен-һау ҡайтыуыңды көтөп ҡалабыҙ!

Атай-олатайҙар аманатын һаҡлап
Атай-олатайҙар аманатын һаҡлап
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: