Атайым Өмөтҡолов Рамаҙан Ҡаһарман улы 1918 йылда Бөрйән районы Байғаҙы ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ауыр эшкә өйрәнеп, хеҙмәттә сынығып үҫә.
Эштән бушаған арала гармунда уйнарға өйрәнә, ауыл мәктәбендә белем ала. Заманына күрә, белемле, урыҫса белеүе менән айырыла тиҫтерҙәренән. Үҫмер сағы, йәшлеге һалҡын ҡыш ағас әҙерләп, яҙғыһын йылға боҙҙан әрселеү менән һал ағыҙып үтә. Урындағы леспромхозға мастер итеп тәғәйенләйҙәр. Күпме ағас киҫелгән, ҡайҙа тапшырылған ошолар тураһында отчет биргән. Һуғыш башланғанда ҡәҙерлебеҙгә 23йәш була. 1942 йылда уға ла повестка килә. Үҙенән бер йәшкә кесе һеңлеһе Фәтхиә лә ағаһынан ҡалмай, Белорет ҡалаһына хәрби комиссариатҡа юллана.
Ул 343-сө уҡсылар полкының миномет взводы командиры була, төрлө илдәрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү яҙын Берлинда ҡаршылай. Һуғыштан һуң совет ғәскәрҙәре составында Эстонияға ебәрәләр, унда 3 йыл хеҙмәт итеп, Бөрйәнгә гвардия-лейтенанты булып, 1948 йылда ғына ҡайтып төшә. Күрһәткән ҡаһарманлығы ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бихисап миҙал менән билдәләнә, хатта юғары чинлы бер хәрби уға исемле наган бүләк итә. Һеңлеһе, Фәтхиә апайыбыҙ ҙа, фронттан имен-һау әйләнеп ҡайта.
1949 йылда Иҫке Мөсәт ауылынан Тәнзилә исемле ҡыҙҙы димләп, никах уҡыталар. Уңған, сибәр, сәсе бөгәренә тиклем төшөп торған әсәйебеҙ сабырлығы, ябайлығы, тәрән аҡыллы булыуы менән ауылдаштарыбыҙ араһында абруй ҡаҙана. Ошолай татыу ғаиләлә 5 бала үҫтек. Атайым һунарсы, балыҡсы ла булды. Өҫтәлдән әсәй бешергән тәмлекәстәр, атай хәстәрләгән балыҡ, бәшмәк өҙөлмәне. Бөгөнгөһө менән түгел, киләсәккә ҡарап йәшәне.
Ир-егетһеҙ миктәгән ауылдаштарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә атайым. Уны районға ревизор итеп ҡуялар. Оҙайлы йылдар ауыл, районда Советтарына депутат итеп һайлайҙар. Бөгөнгөһө менән түгел, киләсәккә ҡарап йәшәне.
Фронтта алған яралары тынғылыҡ бирмәһә лә, һаулығына бер ҡасан да зарланманы, дауаханала ятҡанын дауаланғанын хәтерләмәйем. Ҡанһыраған яраларын ыуа-ыуа беҙгә күҙ йәше аша шул йылдарҙағы хәтирәләрҙе һөйләгәне бөгөн дә ҡурҡыныс төш һымаҡ. Атайым холҡо буйынса ҡәтғи, ҡыҙыу кеше ине, шулай булһа ла бер ҡасан да беҙгә , әсәйгә тауыш күтәрмәне. Балаларын үҫеп еткәнсе ҡурсып йәшәне. Гармунда оҫта уйнауынан тыш, өҙҙөрөп бейер ине. “Һуғыш күрергә яҙмаһын. Был афәт бер кем файҙаһына ла түгел”,- тип ҡабатларға яратты.
Беҙҙең быуын күрмәһә лә, балаларыбыҙҙың балалары иңенә төштө был һуғыш. Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәребеҙгә именлек, тыуған яҡтарына имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем.
Атай-әсәйем бергә 37 йыл йәшәне. Ауыр яралары, кисергәндәре уны беҙҙең аранан 1987 йылда алып китте.
Еңеү көнөндә атайымдың, ир-егеттәр менән ил һаҡларға күтәрелгән Фәтхиә апайымдың рухына доғалар уҡып, илебеҙгә тыныслыҡ, именлек теләйәсәкмен. Был – беҙҙең ғаилә традицияһы. 1945 йылдың Еңеү майы тарих төпкөлөнә китһә лә, уның тураһында хәтирәләр Тыуған илебеҙгә һөйөү билдәһе булып, киләсәк быуынға кәрәк.
#Победы80
Дамира БАЙМОРАТОВА.